+8 °С
Ясна
Килен булып төшкәс,өй эсендә,
Мейес тирәһҽндә, аҡ сысҡан
Ҡатҡан икмәк ҡыштырҙата ине
Әйтерһең дә хужа, кем ҡушҡан.
Ҡурҡышымдан тапочкамды бәрҙем
Күрмәгәйнем әле аҡ сысҡан.
Ҡәйнәм һала икән, ул икмәкте
Өйҙөң ҡото икән, аҡ сысҡан.
Яҡын килмәй,китмәй урманға ла
Төйәк тапҡан уның өйөндә.
Сысҡан мҽнән мине таныштырҙы
- Ҡабул ит һин, сысҡан, киленде.
Әҙәп һаҡлаһам да көлгөм килә
Сысҡан хәҙер хужа үҙемә.
ҡәйнәм мәрхүм булғас, хәҙер миңә
Бик йыш ҡына сысҡан күрҽнә.
Ҡәйнәм төҫө кеүек, өйөм ҡото
Сысҡан хаҡын мин дә һаҡлайым.
Нигеҙ ҡотон тотам,тырышамын
Ҡәйнәм ышанысын аҡлайым.
Сысҡан йылы килә, нигеҙ ҡото
Ырыу ҡото ҡунһын ҡураға.
Бәхет йылы балҡыр, һәммәбеҙгә
Юлдар таҡыр булыр тураға.
Гөлдәр әбей.