Бөтә яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 19:35

Яңы йылға ҡәҙәр автомобиль һатып ал!

Яңы автомобиль алырға йыйынған Рәсәй граждандарына ваҡытты һуҙырға ярамай – был теләктәрен улар Яңы йылға ҡәҙәр тормошҡа ашырып өлгөрөргә тейеш. Сөнки 2020 йылдың башынан еңел автомобилдәргә хаҡ ҡырҡа артасаҡ.

Белгестәр һәм эксперттар билдәләүенсә, машиналарға хаҡтың күтәрелеүе утилләштереү хаҡтарының артыуы менән бәйле. Урта кластағы автомобилдәрҙең хаҡы сама менән 40-80 меңгә артасаҡ. Ә “текә”ләренә иһә 200-300 мең һумға күтәреләсәк. Әйткәндәй, был проблема Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәргә артыҡ ҡағылмай – уларға хаҡ ныҡ артмаясаҡ. Ә бына сит илдә сығарылғандарға бермә-бер күтәрелә. Шулай булғас, ашыҡ автомобиль һатҡан салондарға!

Читайте нас: