Бөтә яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 13:50

Иң шәп ризыҡ – Баймаҡтыҡы!

Шуныһы һөйөнөслө, был юлы ла Баймаҡ аграрийҙарының хеҙмәте юғары баһаланды: “Бай” кооперативы (рәйесе Рөстәм Әхмәтов) “Беҙҙең бренд” конкурсының II дәрәжә, ә “Яковлевка” кооперативы (Рауил Назаров) III дәрәжә дипломдары һәм миҙалдары менән бүләкләнде. Илфат Салихов етәкләгән “Толпар” ЯСЙ-һына иһә иң шәп ҡымыҙ етештергәне өсөн “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” тигән махсус билдә тапшырылды. Афарин!

20-23 ноябрҙә Өфөлә IV “Беҙҙең бренд” исемле фестиваль ойошторолдо. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының II съезы үтте. Форумдың эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Аркадий Пономарев, Ҡазан кооператив университеты ректоры Алһыу Нәбиева, Венгрияның генераль илсеһе Акош Мадари һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле эшҡыуар етәкселәр ҡатнашты. Беҙҙең райондан съезға “Баймаҡ” мәғлүмәт-үҙәге директоры Руслан Дәүербәков етәкселегендә “Яковлевка”, “Бай”, “Ялантау”, “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ” кооперативтары рәйестәре, “Толпар” ЯСЙ-һы, “Б.Миңлебаев” КФХ-һы етәкселәре барҙы.

Әйтергә кәрәк, кооперативтар был форумға буш ҡул менән барманы – унда үҙҙәренең сифатлы продукцияһынан күргәҙмә әҙерләне. Айырыуса “Яковлевка” һәм “Бай” кооперативтары тәҡдим иткән һөт ризыҡтары съезда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте.

Читайте нас: