Күптән түгел Йомаш ауылынан фермер хужалығы башлығы Арслан Иҫәнов “Агростартап” программаһы буйынса ойошторолған конкурста еңеп сыҡты һәм 2 млн 934 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
Арслан Айҙар улы крәҫтиән-фермер хужалығы асыуға бай тәжрибә туплап килә. Троицк Урал дәүләт ветеринария академияһын тамамлағас, “Ирәндек” совхозында ветврач, зоотехник булып эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Баймаҡ район ветеринария станцияһында дауам итә: эпизоотолог, ошо бүлектең начальнигы, баш ветеринар инспектор була. Быйыл иһә ул йыл башында үҙ эшен асып ебәрә.
А.Иҫәновҡа яңы эш башларға ҡеүәтле шәхси хужалығы ла ярҙамға килә, әсәһе Зифа Аҡназар ҡыҙы ла бына нисә йылдар инде ҡымыҙ етештереү менән уңышлы шөғөлләнә. Ул республика һәм район күләмендә үткәрелгән ҡымыҙсылар конкурстарында күп тапҡыр еңеүсе булып танылды. Әле хужалыҡта 50 баш башҡорт тоҡомло йылҡы аҫрала, шуның 20-һе – һауын бейәләре. Баһадирҙар эсемлеге Баймаҡ, Сибай һәм Өфө ҡалаларында һатыла.
Дәүләт ярҙамына йәш фермер МТЗ-82.1 тракторы, пресс-йыйғыс һатып алды. Бынан тыш, 16 баш ит тоҡомло һыйыр малы алырға ниәтләй. Элекке хужалыҡтың ташландыҡ фермаһын ремонтларға ла иҫәп тота Арслан Айҙар улы.
– Грант миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, – ти ул, – күрһәтелгән ышанысты аҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышасаҡмын.