Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының наркология бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Айҙар Айрат улы Ғүмәровҡа түбәндәге һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр:
– Наркология бүлегендә нисә урын иҫәпләнә?
– Бөгөн беҙҙең бүлектә 12 койка-урын бар, шуның һигеҙе – ир-егеттәр, дүртәүһе – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
– Кеше унда нисә көн дауалана?
– Дезинтоксикацион терапия бар, йәғни алкоголь интоксикацияһын сығарыу – пациент был осраҡта биш көн дауалана һәм ул түләүле. Шулай уҡ 21 көн дауамында комплекслы дауаланырға мөмкин – ул психотерапия, дезинтоксикация һәм башҡаларын үҙ эсенә ала.
– Пациентты Өфөгә ебәреп дауалатыу мөмкинлеге бармы?
– Эйе, беҙ ҡайһы берәүҙәрҙе Өфөгә республика наркология диспансерына оҙатабыҙ. Унда инде улар 2-3 ай дауамында дауаланыу курсы үтә.
Һорауҙарға район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарҙарҙы муниципаль яҡлау секторы мөдире Кәримова Лилиә Тайып ҡыҙы яуап бирә:
– Үҫмергә араҡы һатҡан һатыусыға ниндәй яза ҡаралған?
– Бәлиғ булмағандарға алкоголь продукцияһы һатҡан өсөн һатыусыға 30-50 мең һум административ штраф янай. Яуаплы вазифа биләгән кеше – 100-200 мең, юридик берәмектәр 300-500 мең һум штраф түләйәсәк.
– Араҡы, шарап һатҡан ваҡытта һатыусының паспорт һорарға хоҡуғы бармы?
– Һатып алыусының бәлиғ булғанмы-юҡмы икәнлегенә шик тыуған осраҡта, һатыусы унан документ талап итергә хоҡуҡлы.
“Тура бәйләнеш”тә – Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Көньяҡ филиалы мөдире Муҡаева Эльвира Ирек ҡыҙы.
Дмитрий, 19 йәш, Баймаҡ ҡалаһынан:
– Аҙнаһына бер нисә тапҡыр һыра эскән кешене алкоголгә бәйле тип әйтеп буламы?
– Эйе, бындай осраҡта психологик бәйлелек формалаша башлай, тимәк, кисекмәҫтән наркологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Алкоголгә бәйлелек тиҙ барлыҡҡа киләме?
– Өлкән кешелә 3-5 йыл дауамында, ә үҫмерҙәрҙә 1,5-2 йыл эсендә, ҡайһы берҙә хатта иртәрәк тә барлыҡҡа килә.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтовҡа ҡала һәм район халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсына бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
– Ришат Вәкил улы, һаумыһығыҙ! Билдәле булыуынса, быйыл май айында беҙҙең республикала “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы иғлан ителгәйне. Бөгөн был бәйге нисек бара? Унда беҙҙең райондан ниндәй ауылдар ҡатнаша? Ошолар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә алмаҫһығыҙмы?
Г.Н. Теләүбирҙина, Ә. Салихов, Р.Сәлимов, Баймаҡ ҡалаһы; Р.Булатова, Билал ауылы; Г.Мөхәмәтшина, Ҡолсора ауылы”.
– Иң тәүҙә түбәндәге фекерҙе әйтеп китергә теләр инем. Эскелектең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, уға бәйле фажиғәләр хаҡында барыбыҙ ҙа ишетә-күрә йөрөйбөҙ. Ошо арҡала күпме кеше сәләмәтлеген юғалта, юл-транспорт ваҡиғаларында ҡырыла, үҙ-үҙенә ҡул һала, башҡаларҙың ғүмерен ҡыя – алкоголь менән мауығыуҙың бәләләре һанап бөткөһөҙ. Эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәйек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә иҫерткес эсемлектәрҙе тыйып ҡына әллә ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмағанына беҙ ныҡ инандыҡ ул йылдарҙа.
Һуңғы йылдарҙа был афәткә ҡаршы йәмәғәтселектең әүҙемлеге ҡырҡа күтәрелде – шуныһы һөйөндөрә. Үрҙә телгә алынған проблемаларҙы иҫәпкә алып, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров быйыл 30 майҙа “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы үткәреү тураһындағы бойороғона ҡул ҡуйҙы. Был бәйгенең маҡсаты – кешеләрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше ғәҙәтен формалаштырыу. Сөнки тыйыу менән генә эскелек проблемаһын хәл итеп булмай, шуға ла башҡа ысулдарҙы һайларға, кешеләрҙе физкультура һәм спортҡа ылыҡтырырға, төрлө мәҙәни һәм ял итеү мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе лә күҙ уңында тота был конкурс.
Бындай “Айыҡ ауыл” республика конкурсы 2010-2014 йылдарҙа ла үткәрелгәйне. Ләкин ул үҙ маҡсатына ирешә алманы һәм аҙаҡтан уның тураһында бөтөнләй оноттолар, конкурста еңеүсе ауылдар вәғәҙә ителгән 200-әр мең һум аҡсаны ла ала алманы...
“Айыҡ ауыл-2019” конкурсында теләгән һәр ауыл ҡатнаша ала. Ул 2 этаптан тора. Беренсеһе 20 июлдән 30 ноябргә тиклем районда үтә. Иң күп балл йыйған ауылдар “Баймаҡ районының айыҡ ауылы” тигән исемгә лайыҡ була һәм уларға дипломдар, аҡсалата сертификаттар тапшырыласаҡ.
Районда үткән этапта еңгән бер ауыл республика бәйгеһендә ҡатнаша. Ул 1 декабрҙән 2020 йылдың 28 февраленә тиклем дауам итә. Унда финалға сыҡҡан һәм тәүге өс урынды яулаған ауылдар 500, 250, 150 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнәсәк. Был аҡса ауыл мәнфәғәте өсөн тотонола.
Шул уҡ ваҡытта финалға сыҡҡан тағы 12 ауыл билдәләнәсәк. Уларҙың һәр береһенә 25-әр мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырыла.Ә инде республика конкурсында иң әүҙем ҡатнашҡан 20 кеше (улар төрлө һөнәр кешеләре булырға мөмкин) номиналы 10 мең һумға тиң булған ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ буласаҡ.
Был мәртәбәле конкурста беҙҙең райондан 22 ауыл ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкән ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы саралар үткәрелә, аңлатыу эштәре алып барыла, һаулыҡ һаҡлау темаһына төрлө лекциялар уҡыла, әңгәмәләр ҡорола, конференциялар, курстар ойошторола. Беҙ бәйгелә ҡатнашҡан ауылдарыбыҙ халҡына ҙур уңыштар һәм еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсының һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителә.