Бөтә яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 18:26

Яйыҡбайҙар сыҡты майҙанға

Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы дауам итә, унда Баймаҡ районы ла әүҙем ҡатнаша. Был мәртәбәле бәйгегә беҙҙән 22 ауыл ҡушылды һәм бөгөн сәләмәт тормошто пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса маҡсатлы эш алып барыла. #Трезвоесело2019, #Айыҡауыл2019

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙан Үрге Яйыҡбай, Йылым, Ишбирҙе, Ишмөхәмәт, Ишмырҙа ауылдары халҡын айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Был төбәктәр баштан уҡ конкурсты күтәреп алды һәм ошоғаса улар төрлө саралар ойоштороп, халыҡ араһында киң аңлатыу эше алып бара. Үрге Яйыҡбайҙар иһә барыһын да уҙҙырып ебәрҙе – улар Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә үҙҙәренең бай йөкмәткеле программаһы менән Баймаҡ ҡалаһы сәхнәһенә сыҡты.
Тәүҙә ауылдың старостаһы Вәлимә Вәлиева “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Нәфис һүҙ оҫтаһы Миңзәлә Ҡолһаринаның ошо бәйгегә бағышлап ижад иткән шиғыры күптәрҙе уйға һалғандыр. “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Сәғиҙә Рахманғолова башҡарыуында “Өләсәйем васыяттары” һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Ғәфүр Рахманғолов үткәргән викторинала ҡала халҡы әүҙем ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, яйыҡбайҙар ул көндө ойошторолған ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһендә лә әүҙем ҡатнашты. Ауылдың “Бай” кооперативында сығарылған ҡорот, эремсек, шәхси эшҡыуар Булат Рахманғолов етештергән һалма, шулай уҡ буҙа, һөт ризыҡтары һәм башҡа тауарҙар халыҡта ҙур һорау менән файҙаланды.
Ауыл халҡы район хакимиәтенең спорт комитеты тарафынан ойошторолған спорт сараларында ла әүҙем ҡатнашты һәм төрлө бүләктәргә лайыҡ булды.
“Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә Үрге Яйыҡбайҙа төрлө тематик саралар даими ойошторола, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә унда һүрәттәр, кроссвордтар эшләү, шиғыр, инша яҙыу, видеояҙма әҙерләүселәр араһында барған конкурстың тәүге этабына йомғаҡ яһалды. Икенсе этабы иһә Яңы йылға ҡәҙәр дауам итәсәк.
Ошо аҙнала ауыл халҡы сходҡа йыйылып, конкурс сиктәрендә ойоштороласаҡ башҡа сараларҙы уртаға һалып тикшерәсәк.
Читайте нас: