Бөтә яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 17:24

Ишмырҙалар 23 “кулак” ауылдашын иҫкә алды

30 октябрь - сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Был дәһшәтле йылдарҙа Башҡортостандан 32779 кеше “кулак” тип табылған. Уларҙың 7693-ө – ир-егет, 8629-ы ҡатын-ҡыҙ. Ә инде бер ғәйепһеҙгә хөкөмгә тарттырылған балалар һаны 16 меңдән ашыу! Сәйәси золом ҡорбандарының яҡынса 70 проценты ауыл ерендә йәшәүселәр була. Ишмырҙанан иһә “кулак” мөһөрө баҫылған 23 кеше ҡулға алына. Ошо көндәрҙә ауылда улар иҫтәлегенә стела асылды.

Сараны урындағы клуб мөдире Хазина Маликова бик тә йәнле, тулҡынландырғыс итеп алып барҙы. Ишмырҙа ауыл биләмәһе башлығы Заһит Ҡашҡаров, Зәкиә Мөхәмәтрәхимова, Таңһылыу Һағынбаева, Уйылдан Ҡылысбаевтар бинахаҡҡа хөкөм ителгән туғандарының яҙмышы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Фәрзәнә Йосопова иһә ҡулға алынған 23 ауылдашы һәм уларҙың ғаиләләре тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
- Ҡартатайҙарыбыҙҙың рухын ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тип күҙ йәштәре аша стелаға сәскә һалған Зәкиә инәй алдында, әйтерһең дә, беҙ ғәйепле – баштар үҙенән үҙе аҫҡа эйелде. Ысынлап та, бер ғәйепһеҙ хөкөм ителгән меңдәрсә яҡташтарыбыҙҙың яҙмышы ҡырҡа боролош алған дәүер, мәңгелеккә “ҡара” хәрефтәр менән яҙыла.
Ишмырҙала золом ҡорбандары иҫтәлегенә стела төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Ғәйнулла Ризванов, Зәкир Сапаров, Вилүр Иҙрисов, Надир Солтанов, Төхвәт Абыҙгилдинға ауыл хакимиәте исеменән “Рәхмәт хат”тары тапшырылды.
Ә был көндө ауыл өҫтөндә шундай тынлыҡ урынлашты. Әйтерһең дә, нахаҡҡа йәберләтелгән, ҡыйырһытылған ата-бабаларының рухы тыныслыҡ тапты...
Автор фотоһы.
Читайте нас: