Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 17:35

Ике таксист һуғышҡан... пассажир өсөн

Ошо көндәрҙә такси хеҙмәте диспетчерының иғтибарһыҙлығы арҡаһында, Баймаҡтан ике таксист бер пассажир өсөн бер-береһенең боғаҙына йәбешкән.

Беренсеһе 4 пассажирҙы алып, икенсеһенән ярты сәғәт алдараҡ Өфөгә юллана. Ә тегенеһе өс кешеһе менән дүртенсеһен вокзалда көтөп ултырған. Ә ул һаман юҡ икән. Водитель, диспетчерға шылтыратҡан. Ләкин ул мәсьәләнең асылына төшөнөп тә етмәй, тәүге таксистың артынан ҡыуа төшкән. Был ваҡытта уның үҙендәге пассажирҙарҙың ғүмерен уйлап та бирмәүе ғәжәпләндерә. Теге таксисты Әбйәлил районында ҡыуып етә һәм машинаһы менән юлына арҡыры тороп туҡтата. Яғалашҡан водителдәрҙе пассажирҙар саҡ айырып ала.
Баҡтиһәң, диспетчер бер пассажирҙы яңылыш ике водителгә лә биргән булған. Шунан таксистарға нисек ышанып ултырмаҡ кәрәк?
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: