Бөтә яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 21:55

Темәстә ҙур этнографик диктант яҙалар

2019 йылдың 1 ноябрендә билдәле бер ваҡытта Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында һәм сит илдәрҙә лә "Ҙур этнографик диктант" үткәреләсәк. Башҡортостан Республикаһында бындай диктантты 11.00 сәғәттә үткәреү планлаштырылған.

Диктант 30 һорауҙан тора: уның 20-һе бар ил өсөн дөйөм булһа, 10-ы төбәктәр өсөн бүлеп бирелгән. Диктантты яҙыу ваҡыты 45 минутҡа планлаштырылған. Бар һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргәндә 100 балл йыйып була.
Башҡортостан Республикаһында этнодиктант яҙыу өсөн 45 майҙансыҡ бүленәсәк. Баймаҡ районында ла бындай мөмкинлек бар. Бының өсөн "Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә (Темәс ауылы Совет урамының 6-сы йорто) мөрәжәғәт итер кәрәк.
Әгәр инде төбәктәрҙәге майҙансыҡҡа барып, үҙенең белемен тикшерә алмаһа, Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтына www.miretno.ru инергә мөмкин. 2019 йылдың 1-4 ноябрендә онлайн-тест үтә ала.
2019 йылдың 10 ноябрендә www.miretno.ru сайтында дөрөҫ яуаптар баҫыла. Ә инде үҙенсәлекле яуаптар 2019 йылдың 12 декабрендә баҫылып сығасаҡ.
Читайте нас: