Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 17:51
Еңеүсегә – 200 мең һум премия!
Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы киң ҡолас алды. Айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, замана афәтенә ҡаршы көрәшкә бар халыҡты йәлеп итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған был бәйге әле республика төбәктәрендә әүҙем дауам итә. Беҙҙә иһә был абруйлы конкурсҡа 22 ауыл ҡушылды һәм улар бөгөн район конкурсында ҡатнаша. #Трезвоесело2019#Айыҡауыл2019
Сараны ойоштороуға Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты күп көс һала. Ошо хаҡта ҡор башы Ришат Ишембәтов бына нимә ти:
– Беҙҙең Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ошоғаса айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау сиктәрендә “Сәләмәт ауыл” конкурсын ойоштороп килде һәм ул халыҡ араһында ҙур абруй яуланы. Быйыл да был бәйге әүҙем дауам итә һәм уға йомғаҡ киләһе йыл башында яһаласаҡ.
Бер үк ваҡытта беҙ “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсына ла әүҙем ҡушылдыҡ һәм әле уның тәүге этабы бара. Район конкурсы 30 ноябргә тиклем дауам итә һәм шул ваҡытҡа ҡәҙәр конкурста ҡатнашҡан ауылдар бәйге талаптарына ярашлы төрлө саралар ойошторорға тейеш. Еңеүсе ауылға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевтың ҡарары менән 200 мең һум премия биреләсәк. Икенсе урынға – 150 мең, 3-сө урынға 100 мең һум ҡаралған. Бер-ике сара үткәреп кенә был конкурста еңеүгә өмөт итеп булмай, бәйгеселәр уның барлыҡ талаптарын теүәл үтәргә бурыслы. Шуның өсөн был ярышҡа бик етди ҡарарға кәрәк.
“Сәләмәт ауыл” һәм “Айыҡ ауыл” конкурстары беҙҙә йыл әйләнәһенә дауам итергә, ул барлыҡ халыҡты, йәмәғәт ойошмаларын һәм урындағы үҙидара органдарын бергә тупларға тейеш. Әгәр ҙә беҙ ошо саралар ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәп сыҡһаҡ, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡбыҙ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи