Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 19:15

Йылым – сәләмәт тормош яҡлы!

Йылым ауылында республика кимәлендә ойошторолған “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылды. Уның сиктәрендә урында бик күп саралар ойошторола.

Бөгөн иһә унда урындағы ир-егеттәр ҡоро менән берлектә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәсих Хәмитов ҡатнашты. Уны район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар мәсьәләһе буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова оҙатып йөрөнө.

Йылымдар ҡунаҡтарҙы ауыл ҡапҡаһынан уҡ йыр-моң менән ҡаршы алды. Сара “Ҡоролтай аллеяһы” булдырыуҙан башланды. Улар “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә аллеяға күпләп йәш ағас үҫентеләре ултыртты. Һуңынан ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн ҙур эшмәкәрлек алып барған Руслан Абдуллиндың ағас ҡырҡыу пилорамаһында булды. Артабан ҡунаҡтар “Раш шишмәһе”ндә булып, ауылдың торошо менән танышты.

Әйтергә кәрәк, Йылымда тыуып үҫеп, бөгөн бәләкәй Ватанының ысын патриоты булған шәхестәр бик күп. Шуларҙың береһе - Шәһит Кәйекбирҙин. Ул үҙе кеүек тыуған ерен һөйгән ауылдаштары менән берлектә урында бик күп эштәр башҡара. Йылым ауылының киләсәген үҙ ҡулдарына алған шундай ир-егеттәрҙең булыуы һөйөндөрә.

Йылым ауылы халҡы республика кимәлендә ойошторолған “Айыҡ ауылы” конкурсында еңеү яулауға иҫәп тота.
Читайте нас: