Бөтә яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 17:06

“Айыҡ ауыл”да әүҙем ҡатнашайыҡ!

Билдәле булыуынса, быйыл май айында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо менән “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы иғлан ителгәйне.20 августан уның тәүге этабы башланды, ул ҡала һәм райондарҙа үтә һәм 30 ноябргә тиклем дауам итә.#Трезвоесело2019 #Айыҡауыл2019

Беҙҙең район ауылдары был мәртәбәле конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм иң беренсе булып уға Ишбирҙе, Йылым, Үрге Иҙрис, Үрге Яйыҡбай, Байыш, Алғаҙы, Ишмөхәмәт ауылдары халҡы ҡушылды. Барлығы беҙҙән был бәйгелә 22 ауыл ҡатнашасаҡ. Бөгөн “Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә ниндәй эштәр алып барыла?


Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, Ишбирҙе һәм Йылым ауылдары халҡы был конкурсты баштан уҡ күтәреп алып, сходтар үткәргән, ойоштороу комитетын һайлаған, эш планын билдәләгән. Бөгөн ауыл Советы, йәмәғәт ойошмалары аңлатыу эштәре алып бара, төрлө саралар ойоштора. Ишбирҙелә, мәҫәлән, Берҙәм тауыш биреү көнөндә “Мин сәләмәт тормош өсөн тауыш бирәм!” акцияһы үтә. Йылымдар иһә 7 ауыл ҡатнашлығында ҙур туристик слет үткәргән, әле матур тормош алып барған ғаиләләр, күркәм йорт-ихаталар тураһында фотоһүрәтләмәләр социаль селтәрҙәрҙә даими донъя күрә. Ауылдың ир-егеттәр ҡоро ағзалары эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан иткән. Ишбирҙе ауылында ла участка уполномоченныйы менән берлектә “йәшел ағыу” һатҡандарға рейдтар үткәрелә, эскелек менән мауыҡҡандар менән профилактик эш алып барыла.
Үрге Иҙрис ауылының ир-егеттәр ҡоро рәйесе, староста Рәжәп Мөхитов билдәләүенсә, “Айыҡ ауыл” сиктәрендә эш бында бер нисә йыл инде уңышлы алып барыла. Шуныһы айырыуса үҙенсәлекле, тап ир-егеттәр ҡоро, ҡоролтай ағзалары, мәсеткә йөрөүселәрҙең көсө һәм берҙәм эш алып барыуы һөҙөмтәһендә ауылда спиртлы эсемлек бөтөнләй һатылмай, эскән кешеләр ҙә юҡ кимәлендә. Даими профилактик эштең аныҡ һөҙөмтәһе был.
Тап ошо ир-егеттәрҙең, ауыл халҡының көсө менән һуңғы йылдарҙа бында байтаҡ эштәр бойомға ашырыла. Быйыл, мәҫәлән, зыярат профнастил менән кәртәләп алынған, мәктәптә спорт залы асылған. Ауылда даими рәүештә мәҙәни, спорт саралары ойошторола, район кимәлендә лә бер ҡасан да һынатмай үрге иҙристәр. Ауылды төҙөкләндереү, йылға, шишмә буйҙарын таҙартыу һәм кәртәләүҙә лә ал бирмәй ауыл халҡы. Мәсеткә лә даими ярҙам күрһәтелә. Ошо арала ауылда музей асыу, данлыҡлы яҡташтары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллинаның мөйөшөн булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған улар. Балалар, йәштәр араһында тәрбиәүи эш алып барыла. “Сәләмәт, илһөйәр, телһөйәр быуын тәрбиәләү – беҙҙең төп бурыс” – Үрге Иҙрис ауылы халҡының тормош девизы бына шундай.
“Айыҡ ауыл-2019” конкурсы сиктәрендә бында эш планы ҡабул ителгән, әле шуларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.
Читайте нас: