Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Август 2019, 12:25

Уңыш насар. Әммә әмәлен табырға тырышалар

Билдәле булыуынса, быйылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ, туҡтауһыҙ ҡыуан ел иҫеүе, көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы район аграрийҙарын ғына түгел, ә барлыҡ шәхси хужалыҡтарҙы һеңгәҙәтә һуҡты. Уның эҙемтәләре үҙен һиҙҙертә лә башланы: районға икеләтә-өсләтә хаҡ менән бесән тәҡдим иткән алыптаһатарҙар килеп тулды, малдың да хаҡы төштө, ҡуралар кәмегәндән-кәмене. Бынан ошондай хәтәр шарттарҙа йәшәргә һәм эшләргә тура килә бөгөн ауыл халҡына.

И.Тусалин менән И.Рәсүлев
И.Тусалин менән И.Рәсүлев

Әле райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында иген, мал аҙығы һәм техник культураларҙы урып-һуғыу эштәре дауам итә. Төшөм, әлбиттә, хөрт һәм аграрийҙар үҫтерелгән уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алыу менән мәшғүл. Ишмырҙа ауылынан “Р.Рәсүлев” КФХ-һында ла бөгөн төп көс ураҡҡа йүнәлтелгән.
Радик Ғәйнислам улы етәкләгән хужалыҡ ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Бында бөгөн 400 баш һыйыр малы аҫрала, билдәле, уны имен ҡыш сығарыу өсөн ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырыу мөһим. Быйылғы тәбиғәт шарттарында етерлек бесән һәм йәшел масса әҙерләү еңел түгел, шунлыҡтан бында 220 гектарҙа үҫтерелгән һоло, 165 гектарҙағы ужым арышы, 130 гектарҙағы рапс бесән һәм сенаж һалыуға тотонолған. Әле иһә ҡалған 730 гектар майҙандағы иген һәм техник культураларҙы урып-һуғыу эштәре бара.
-Тәбиғәт ауыл эшсәндәренә йылдан-йыл ҡатыраҡ һынауҙар ҡуя, - ти хужалыҡ етәксеһе, - шуға ҡарамаҫтан, булған мөмкинлекте файҙаланып, малды имен ҡышлатырҙай аҙыҡ базаһы тупларға, үҫтерелгәнде йыйып алырға тырышабыҙ, башҡаларға ла ярҙам итергә өлгөрәбеҙ. Барлығы 300 тонна бесән, 500 тонна сенаж тупланды, 220 тонна фураж һалынды. Бер үк ваҡытта ферма ихатаһына һалам ташыла, әлегә ул 100 тонна тәшкил итә.
Әлбиттә, иген культураларының төшөмө бер ҙә ҡыуандырмай: һоло ни бары 5, борсаҡ – 7, арпа 8 центнерҙан бирҙе. Әйткәндәй, тәүге икәүһен һуғып алыуҙы тамамланыҡ, әле төп көс бойҙай менән арпаға йүнәлтелде. 120 гектарҙа үҫтерелгән етенде лә йыйып алаһы бар әле.

Урып-йыйыу эштәрендә “Вектор” комбайнында игенселәр Илшат Рәсүлев менән Ғиззәт Ямантаев, ашлыҡты ташыуҙа Т-150 К тракторында Илшат Тусалин һынатмай, улар үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара. Һалам преслауҙа Морат Тотманов, ырҙын табағында ашлыҡты ҡабул итеүҙә һәм таҙартып келәттәргә һалыуҙа Зәкирә Сапарова, Морат Йәнбәков, Илшат Сәйетҡолов, Ғәле Манышев тырышып эшләй. Бригадир Денис Мөхәмәтшин үҫемлекселектәге һәм малсылыҡтағы эштәрҙе ныҡлы иғтибар үҙәгендә тота. Әлфирә Рәсүлева иһә хужалыҡтағы эштәрҙе ойоштороуға күп көс һала, етәксенең уң ҡулы булып тора. Ашнаҡсы Фәнүзә Әфләтүнова игенселәрҙе тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрә.

Уңыш түбән, кәйеф шәптән булмаһа ла, район аграрийҙарҙы төшөнкөлөккә бирелмәй, иртәнге көнгә яңы өмөттәр менән аяҡ баҫа. “Р.Рәсүлев” КФХ-һы коллективы ла һынауҙарҙы уңышлы үтеренә ышана.
Читайте нас: