Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2019, 18:44

Таксиға түгел, “Форд Транзит”ҡа ултыр!

Баймаҡ АТП-һы заманса автобустар менән тулыланды

Ғ. Кәримов, Р.Яҡшыбаев һәм М.Биктимеров яңы автобустар янында
Ғ. Кәримов, Р.Яҡшыбаев һәм М.Биктимеров яңы автобустар янында
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткән аҙнала Өфөлә республика төбәктәренә өр-яңы “Форд Транзит” автобустарының асҡыстарын тапшырҙы. “Башавтотранс” йәмғиәтенә бирелгән 110 автобустың өсәүһе Баймаҡ АТП-һына бүленде. Улар предприятиеның иң тәжрибәле водителдәре булып танылған Роберт Яҡшыбаев, Марат Биктимеров һәм Ғәзизйән Кәримовҡа ышанып тапшырылды.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ автотранспорт предприятиеһы майҙансығында яңы автобустарға һәм уларҙың водителдәренә фатиха бирелде. Тантанала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Динар Хәлитов, Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Булатов, Баймаҡ АТП-һы коллективы ҡатнашты.
– 17 урынлыҡ “Форд Транзит” автобустары бөтөн уңайлыҡтары булыуы менән айырылып тора, – тип билдәләне предприятие директоры Ирек Артыҡаев. – Улар хәүефһеҙлек ҡайыштары, кондиционер системаһы, тахограф, электрон табло, навигация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был автобустар Магнитогорск, Сибай һәм Аҡъяр йүнәлештәре буйынса йөрөйәсәк. Йыл аҙағына тиклем беҙҙең предприятие паркы тағы ла 6 автобус менән тулыланасаҡ.
– Был һөйөнөслө ваҡиға айҡанлы коллективты ихлас ҡотлайым һәм артабан да беҙ автотранспорт предприятиеһының автобус паркын яңыртыу йүнәлешендә тейешле эш алып барасаҡбыҙ, – тине сығыш яһап Фәнис Ғәбдрәшит улы. – Яҡын арала Баймаҡ – Өфө йүнәлеше буйынса автобус маршруты асыу сараһы күрелә һәм был маҡсатҡа мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ.
Күреүебеҙсә, “Форд Транзит” автобустары предприятиеның иң алдынғы водителдәренә беркетелгән һәм һеҙ башҡаларға үрнәк булып тораһығыҙ. Артабан да эшегеҙҙә уңыштар, хәүефһеҙ, имен юлдар теләйем. Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге тәүмаҡсат булырға, улар һеҙҙең эшегеҙҙән һәр саҡ ҡәнәғәт ҡалырға тейеш.


Шуныһы үҙенсәлекле, хәҙер пассажирҙарға автобуста йөрөгән өсөн түләү тағы ла ябайлашты – хәҙер инде күп функциялы терминал аша ла иҫәпләшергә була. Ошо арала республика буйынса “Алға” карталары ла ғәмәлгә индерелде. Ҡалала автобуста йөрөгән өсөн банк карталары менән дә, “Алға” картаһы менән дә түләргә мөмкин – бер тапҡыр ултырып йөрөү 18 һумға төшә. Мәктәп уҡыусыларына – 15 һум. Әйткәндәй, АТП-ның барлыҡ 35 автобусы ла ошондай терминалдар менән тәьмин ителгән.


Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Һүрәттә: Ғ. Кәримов, Р.Яҡшыбаев һәм М.Биктимеров яңы автобустар янында.

Д. ФАДЕЕВ фотоһы.
Читайте нас: