Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2019, 17:22

Төп бурыс – уңышты юғалтыуһыҙ йыйыу

– Быйылғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы культураларының уңышына ныҡ йоғонто яһаны, – ти хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов, – шуға ҡарамаҫтан етерлек фураж, орлоҡ һалыу, хеҙмәтсәндәрҙе ашлыҡ менән тәьмин итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Күреүегеҙсә, башаҡ та йылына күрә насар түгел, ярайһы тос. Арпа менән бойҙайҙан да насар булмаған уңыш көтөлә. Нисек кенә булмаһын, үҫтерелгән ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу бөгөн төп бурыс булып тора. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Баш агроном Урал Әхмәтйәнов (уртала) алдынғы игенселәр Зәки Ҡотлоғужин һәм Фәнил Ғәйетбаев менән

Район аграрийҙары өсөн иң яуаплы мәл бөгөн – малды имен ҡышлатырҙай аҙыҡ базаһы туплау, үҫтерелгән уңышты түкмәй-сәсмәй йыйып алыу өсөн әле болонҡырҙарҙа эш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иген культуралары 807 гектарҙа сабылған, 343 гектарында һуғып алынған, гектар ҡеүәте уртаса 8,4 центнер. Тулайым йыйым 288 тонна. Урып-йыйыу эштәре менән Ленин исемендәге АХК-ла, “Р.Рәсүлев”, “А.Хөсәйенов” КФХ-ларында, “Рассвет”, “Салауат”, “Толпар” ЯСЙ-ларында, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалында һәм башҡа фермер хужалыҡтарында шөғөлләнәләр. Әле һоло, арпа, борсаҡ һәм бойҙай культураларының уңышы йыйыла.

Ленин исемендәге хужалыҡ районда иң тәүгеләрҙән булып малға аҙыҡ әҙерләүҙе тамамланы. Барлығы 11697 центнер бесән һәм 34523 сенаж әҙерләнде, был күләм малды имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, етерлек фураж да тупланасаҡ.

Бөгөн хужалыҡта төп көс урып-йыйыу эштәренә йүнәлтелгән. Ураҡ кампанияһын предприятие йылдағыса яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды, техника-агрегаттар мәлендә ремонтланды, миҙгелгә игенселәр араһында ярыш шарттары булдырылды.

Быйыл кооператив игенселәренә 1300 гектарҙағы иген культураларының уңышын юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Төп аҙыҡ-түлек культураһы – бойҙай – 500 гектарҙы биләй. Арпа – 450, һоло 350 гектарҙа үҫтерелгән. Бынан тыш 150 гектарҙағы рапсты йыйып алаһы бар.

ЖВН-6 урғысында тәжрибәле комбайнсы Зәки Ҡотлоғужин менән ЖВП-9 тағылмалы урғысында алдынғы механизатор Фәнил Ғәйетбаев ошо көндәрҙә 350 гектарҙа үҫтерелгән һолоно сабыуҙы тамамланы. Әле төп көс культураны урып-һуғыуға йүнәлтелде, был эшкә өс “Нива-эффект” комбайндары йәлеп ителде. Гектар ҡеүәте лә йылына күрә насарҙан түгел – 13 центнер.

– Быйылғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы культураларының уңышына ныҡ йоғонто яһаны, – ти хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов, – шуға ҡарамаҫтан етерлек фураж, орлоҡ һалыу, хеҙмәтсәндәрҙе ашлыҡ менән тәьмин итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Күреүегеҙсә, башаҡ та йылына күрә насар түгел, ярайһы тос. Арпа менән бойҙайҙан да насар булмаған уңыш көтөлә. Нисек кенә булмаһын, үҫтерелгән ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу бөгөн төп бурыс булып тора.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК төп кампания – урып-йыйыу эштәрен быйыл да ойошҡанлы атҡарып сығыр, киләһе миҙгелле эштәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алыр, тигән тулы ышаныс бар. Производствоның һәр участкаһында гөрләп барған эш шуға асыҡ ишара.

Азамат Мөхәмәтшин.

Д. Фадеев фотоһы.Төп бурыс – уңышты юғалтыуһыҙ йыйыу

Д. Фадеев фотоһы.
Читайте нас: