Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2019, 18:23

32 центнер аҙыҡ берәмеге тупланасаҡ

Билдәле, быйылғы шарттарҙа малға аҙыҡ запасы туплау, малды һаҡлап ҡалыу иң төп проблема булып тора. Был тәңгәлдә хужалыҡта хәлдәр нисек, малды имен ҡышлатыу өсөн мөмкинлектәр бармы?

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары буйынса махсуслашҡан был хужалыҡ ҡатмарлы иҡтисади һәм тәбиғәт-климат шарттарында ла үҙ йөҙөн юғалтманы. Күп ауылдарҙа элекке хужалыҡтар тарҡалып-ҡыйралып бөтһә, Ниғәмәттә эшләп килгән был предприятие матди-техник базаны, производство биналарын, малын, коллективын һаҡлап ҡала алды. Быға, әлбиттә, хужалыҡ етәкселегенең эште тейешле кимәлдә ойоштороуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

Беҙҙең төбәк шарттарында мал үрсетеү һәм иген игеү ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң. Даими ҡабатланып торған ҡоролоҡ, ҡатмарлы фитосанитар хәл, сәсеүлектәрҙең йыл да берәҙәк мал “һөжүменә” дусар булыуы шарттарында эшләргә мәжбүр бөгөн аграрийҙар. Етмәһә, ауыл хужалығына етерлек иғтибар бүленмәүе, техника-агрегаттарға, яғыулыҡмайлау материалдарына хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы ла проблема артынан проблема тыуҙыра. Бына шундай һынауҙарға быйыл беҙҙең төбәктәге аяуһыҙ ҡоролоҡ та өҫтәлде. Уның хәтәр эҙемтәләре “Салауат” хужалығын да урап үтмәне.

Билдәле, быйылғы шарттарҙа малға аҙыҡ запасы туплау, малды һаҡлап ҡалыу иң төп проблема булып тора. Был тәңгәлдә хужалыҡта хәлдәр нисек, малды имен ҡышлатыу өсөн мөмкинлектәр бармы?

“Салауат” ЯСЙ-һында мал аҙығы әҙерләү барышы менән танышыу, урындағы етәкселәр һәм бесәнселәр менән осрашыу күңелдәрҙә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Коллектив ағзаларының кәйефтәре көр булыуы, кампанияның ойошҡанлы барыуы, бесәнлектәрҙең көндән-көн сифатлы аҙыҡ менән тулыланыуы һоҡландырмай ҡалманы. Шуныһы һөйөнөслө, иген, мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеүлектәре лә йылына күрә насарҙан түгел. Хужалыҡ етәкселеге әйтеүенсә, етерлек күләмдә фураж һәм орлоҡ һалыу, коллектив ағзалары ашлыҡ менән тәьмин итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Әле предприятиела мал аҙығы әҙерләү дәррәү дауам итә, бөгөнгә 200 тонна бесән, 600 тонна сенаж тупланған. Бесән туплауҙа КПП-4,2 агрегаттарында Хәйҙәр Усманов менән Фәнис Нуғаев, ГВР-6 агрегаттарында Зәбир Рамазанов менән Радик Хөсәйенов хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә. Әйтергә кәрәк, тупаҫ аҙыҡ тағы ла 150 тонна әҙерләнәсәк.

Ошо көндәрҙә хужалыҡ көнбағыштан силос һалыуҙы тамамланы. Шуныһы һөйөнөслө, быйыл был культура барлыҡ өмөттәрҙе аҡланы һәм йылына күрә яҡшы уңышы менән ҡыуандырҙы – ул гектарынан 100 центнер төшөм бирҙе. Силос әҙерләүҙә КДП-3000 комбайнында Флүр Әминев, ДОН-680 комбайнында Хәкимйән Мәһәҙиев, водителдәр Сәғит Йәһүҙин, Игорь Кичигин һәм Айнур Барлыбаев алдынғылыҡты бирмәне. Барлығы 1000 тонна силос һалынды. Ғөмүмән, шартлы һәр баш малға ҡарата 32 центнер аҙыҡ берәмеге тупланасаҡ.

Салауаттарға ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыуға 130 гектарҙағы ужым арышы, 200 гектарҙағы шипкән, 200 гектарҙағы рапс һәм 100 гектарҙа сәселгән көнбағыш булышлыҡ итте. Борсаҡ менән арпа ҡатнашмаһы ла яҡшы төшөмө менән ҡыуандырмаҡсы.

Ошо арала хужалыҡ игенселәре урып-йыйыу эштәренә лә тотондо. 60 гектарҙағы күстерә үләне орлоҡҡа һуғып алынды. Әйтеп үтеүебеҙсә, уңыш насарҙан түгел. Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу, ҡышҡа яҡшы әҙерлек менән инеү – салауаттар бына ошоларҙы төп бурыс итеп ҡуя. Коллективтың билдәләнгән маҡ-саттарға өлгәшеренә шикләнмәҫкә мөмкин.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Д. ФАДЕЕВ фотолары.
Читайте нас: