Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 12:41

Комбайндар әҙер. Уңыш булһын!

Йәйҙең ҡыҙыу мәлендә республика аграрийҙары буласаҡ уңышты йыйыу эштәренә етди әҙерлек башланы. Беҙҙең төбәктә лә был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла.

Ошо көндәрҙә “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалы иген урыу кампанияһы осоронда комбайндарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау мәсьәләләренә арналған зона семинарының ҡатнашыусыларын ҡабул итте. Республика дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре ошо ауыл хужалығы предприятиеһының техникаһын тикшерҙе. Был сарала тәжрибәле механизаторҙар менән бергә ауыл хужалығы уҡыу йорттарында уҡыған студент-практиканттар ҙа ҡатнашты. Бындай саралар урып-йыйыу кампанияһын уңышлы һәм хәүефһеҙ атҡарырға, техниканың әҙерлек сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Хәҙер инде уңыштың мул булыуын көтөргә генә ҡала.

ҺҮРӘТТӘ: семинарҙа мөһим мәсьәләләр күтәрелде.


Читайте нас: