Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 18:35

Иген фабрикаһы – арҙаҡлы шәхестәр төбәге

“Йылайыр” совхозы ойошторолоуға – 90 йыл

Бынан 90 йыл элек исеме бар илгә таралған данлыҡлы хужалыҡ – “Йылайыр” совхозы ойошторола. Үҙенең эшмәкәрлек осоронда ул Башҡортостанда ғына түгел, ә бар илдә танылыу ала, ысын мәғәнәһендә иген фабрикаһы булып таныла, арҙаҡлы шәхестәр, атаҡлы игенселәр, хеҙмәт ҡаһармандары әҙерләп сығара. Хужалыҡтың 67460 гектар ере булып, шуның 22 мең гектарында иген культуралары үҫтерелә, 4176 баш һыйыр малы, 490 йылҡы аҫрала, ашлыҡтың тулайым йыйымы 90-100 мең тоннаға етә. 1984 йылда хужалыҡ Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы менән берләштерелеп, Ленин орденлы “Йылайыр” совхоз-техникумы тип йөрөтөлә башлай.


“Йылайыр” совхозы ысын мәғәнәһендә райондың ғорурлығы булып торҙо, ә техникум иһә бөтөн Урал аръяғы төбәгенең белгестәр әҙерләү тимерлеге һаналды. Кемдәр генә белем алмаған да, кемдәр генә эшләмәгән был совхозда?! Улар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яулап, район, республика кимәлендә танылыу алдылар, совхозды оло данға күмделәр. “Йылайыр” совхозынан 3 Социалистик Хеҙмәт Геройы үҫеп сыға: хужалыҡ директоры А.Р. Наҡиев, баш инженер В.С. Солонин һәм механизатор Р.Х. Яхин. Ә Ленин орденына – 27, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына – 44, “Хеҙмәт даны” орденына – 16, “Почет билдәһе” орденына – 22, “Октябрь революцияһы” орденына – 3, “Халыҡтар дуҫлығы” орденына – 2, “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына 16 кеше лайыҡ була. Хужалыҡ етәкселәре булып төрлө йылдарҙа Н.И.Сироткин, Г.В. Сороченко, М.Ф. Захаров, Я.М. Фирсов, П.В. Кузнецов, И.И. Симонов, А.Р. Наҡиев, Р.Х. Яхин, Р.М. Ялалетдинов, Ә.Ә. Ниғмәтуллин, Ф.С. Хисмәтуллин, Р.Һ. Сыңғыҙов, Р.Р. Сәйетов, В.А. Кантюков, Ф.Р. Сәйетов эшләй.

Тәүрәт Йәрмөхәмәтовтың да барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы тап ошо төбәк – Урғаҙа ауылы менән бәйле. Хеҙмәт юлын йылҡы көтөүсе булып башлаған егет әкренләп белем ала, ветеринария белгесе булып китә. Тәүрәт Зөлҡәрнәй улы хужалыҡ бүлексәләрендә веттехник, идарасы, совхоздың профком рәйесе, хужалыҡ директоры урынбаҫары булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә, БР Ауыл хужалығы министрлығының , Республика профсоюздарының Почет грамоталарына лайыҡ була. Бөгөн дә Т.Йәрмөхәмәтов ауыл биләмәһенең, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Азамат Мөбәрәк улы Әлибәков та “Йылайыр” совхозын үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерә. Байышта тыуып үҫкән егеттең барлыҡ тормошо тыуған ауылы менән бәйле. Ул абруйлы һәм маҡтаулы һөнәр һайлай – механизатор булып эшләй. Азамат Мөбәрәк улы барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларында ҡатнаша, хеҙмәт ярыштарында еңеп сыға. 45 йыл буйы механизатор була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн совхозда иң беренсе булып “Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Бынан тыш, “Хеҙмәт даны”, “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары,”Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән наградлана.

Азамат Рамаҙан улы Тимербулатов Янғаҙы ауылында тыуа һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр хужалыҡта механизатор булып эшләй. Ул игенсе хеҙмәтенә 49 йыл ғүмерен бағышлай. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ВДНХ-ның, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, алтын сәғәттәренә, район кимәлендәге наградаларға лайыҡ була. Әле лә әүҙем тормош алып бара Азамат Рамаҙан улы – ул Ҡарамалы ауылында имам-хатип булып эшләй, ауыл биләмәһенең йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша.

Тыумышы менән Ауырғазы районынан булған Салауат Ҡунаҡбай улы Салихов 1972 йылда “Йылайыр” совхозына комсомол путевкаһы менән эшкә килә һәм барлыҡ ғүмерен ошо төбәк менән бәйләй. Ул хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр механизатор булып намыҫлы эшләй, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин звеноһында була. Ильяс Ғәйнетдинов, Әхәт Исмәғилев, Йомабай Муллагилдин менән бергә данлыҡлы звенола юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн С.Салихов ВДНХ-ның көмөш миҙалына, “Хеҙмәт даны” орденына, башҡа хөрмәттәргә лайыҡ була.

Әле танылған игенсе Янғаҙыла йәшәй, ауылдың имам-хатибы булып эшләй.

Байыштан Рафиҡ Рәйес улы Рәсүлев та “Йылайыр” совхозын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән кеше. “Йылайыр” совхоз-техникумын тамамлағас, ул ике тиҫтә йылға яҡын механизатор булып эшләй, һуңынан бүлексәне етәкләй. Хужалыҡ тарҡалғас, фермер хужалығы ойоштора. Бына 6 йыл инде ул 274 гектарҙа иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү менән уңышлы шөғөлләнә. Рафиҡ Рәйес улы тормош иптәше Зифа Сәғәҙи ҡыҙы менән (ул мәктәптә сит телдәрҙән уҡыта) 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, ауылдың абруйлы ғаиләһе булараҡ хөрмәт итәләр. Р.Рәсүлев ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә, мәктәптә үҙенең премияһын да булдырған.

Байыш егете Фәйзи Салауат улы Рәхмәтуллиндың барлыҡ тормош юлы тыуған төбәге менән тығыҙ бәйле. Урындағы техникумды тамамлағас, хеҙмәт юлын хужалыҡта механизатор булып башлай. Баҫыусылыҡ буйынса бригадир, Байыш бүлексәһе идарасыһы булып эшләй. Бер нисә йыл фермерлыҡ менән дә шөғөлләнә. Һуңынан оҙаҡ йылдар Ишмөхәмәт ауыл биләмәһен уңышлы етәкләй, бөгөн иһә Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй.

Хәләф Йомағужа улы Ярмуллин сығышы менән Баймырҙа ауылынан. “Йылайыр” совхозына эшкә 1966 йылда килә. Йәш егетте тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Бер йыл уҡып ҡайтҡандан һуң, 1980 йылға тиклем тракторсы, комбайнсы булып эшләй. Тиҙҙән Хәләф Йомағужа улын Ишмөхәмәт ауыл Советына рәйес итеп тәғәйенләйҙәр. Тағы дүрт йылдан Урал бүлексәһенә идарасы булып күсә. Хәләф Йомағужа улы 44 йыл хеҙмәт юлын “Йылайыр” совхозына арнай. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, бурыстарын намыҫ менән башҡара.

Мәрйәмбикә Иҙрис ҡыҙы Бейешева – Ҡарамалы ауылы ҡыҙы. 1954-1957 йылдарҙа “Яңы тормош” колхозында сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. Унан “Йылайыр” совхозына һауынсы булып килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләй. 41 йыл хеҙмәт стажы бар. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 1957 йылда “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, 1985 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, 1983 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған мал ҡараусыһы” тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнә.

Үткән шәмбе “Йылайыр” совхозының 90 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы сара ойошторолдо – Ҡарағайлы буйында һабантуй гөрләп үтте. Әйтергә кәрәк, Йылайыр ауыл биләмәһе, уның башлығы Фәйзи Рәхмәтуллиндың тырышлығы менән сара юғары кимәлдә ойошторолдо, барыһын да таң ҡалдырҙы. Данлыҡлы хужалыҡтың элекке бүлексәләренең барыһы ла тирмә ҡорҙо, милли йола-традицияларҙы күрһәтте, милли көрәш, волейбол, футбол буйынса ярыштар, балалар уйындары үткәрелде, уларҙа еңеүселәр билдәләнде.

Байрамға предприятиеның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ҡаһармандары, белгестәр, ветерандар, ауылдар халҡы килде. Уларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаевтың ярҙамсылары тәбрикләне. Совхозды үҫтереүгә үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен һалғандарға бүләктәр тапшырылды. Тирмәләр араһында Сосновка, Урал һәм Янғаҙы ауылдары еңеүсе булды, барыһы ла аҡсалата премиялар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Байрамды ойоштороуға урындағы фермерҙар, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы ла тос өлөш индерҙе.

Азамат Мөхәмәтшин.

Эльмира Кейекҡужина фотолары.
Читайте нас: