Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2019, 18:33

Әхмәрҙең уңған фермеры

Илдар Мусинды Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләре халҡы уңған фермер булараҡ яҡшы белә. Әхмәр егетенең барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған ауылы менән бәйле. Урындағы урта мәктәпте тамамлағас, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ҡарар иткән Илдар Сибай ҡалаһындағы училищела автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын “Ирәндек” совхозында башлай, водитель, заправкалаусы булып эшләй, Ирәндек бүлексәһен дә етәкләй.

Хужалыҡ тарҡалғас, үҙенең фермер хужалығын ойоштора. Бүлексәнең келәттәрен һәм техникаһын һатып алып, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарының эшен яйға һала. Бынан ете йыл элек Илдар Нух улы “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә һәм унда еңеп сыға. Бүленгән дәүләт ярҙамына ул МТЗ-82.1 тракторы, пресс-йыйғыс, 15 баш сыбар ала тоҡомло һыйыр малы һәм нәҫел үгеҙе һатып ала.

Бөгөн инде “И.Мусин” КФХ-һы иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, малсылыҡ тармағын 80 баш һыйыр малы тәшкил итә. Шуныһы һөйөнөслө, хужалыҡ үҙенең производство ҡеүәттәрен йылдан-йыл арттыра бара, Моҡас һәм Күсей ауыл биләмәләренең шәхси хужалыҡтарын иген менән тәьмин итә.

Ошо көндәрҙә фермер хужалығы 560 гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Сәсеүҙә механизаторҙар Ирәндек Байғузин, Мансур Таһиров, Фирғәт Мусин, орлоҡ ташыуҙа Азамат Шәрипов һынатманы.

Илдар Нух улы кеүек уңған фермерҙар ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм терәге булып тора, киләсәккә яҡты өмөт тыуҙыра.

А. САЛАУАТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: