Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
20 Май 2019, 18:37

Иң яҡшылар һынау тотто

Был көндө Баймаҡ гөрләп торҙо. Шулай булмай ни: Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының төбәк-ара ярышы үтте. Унда Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының иң яҡшы оҫталары һынау тотто.

Был көндө Баймаҡ гөрләп торҙо. Шулай булмай ни: Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсының төбәк-ара ярышы үтте. Унда Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының иң яҡшы оҫталары һынау тотто.


“Иң яҡшы слесарь-сантехник”, “Иң яҡшы ҡаҙанлыҡ операторы”, “Иң яҡшы электромонтер”, “Иң яҡшы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе”, “Иң яҡшы ихата алды йыйыштырыусыһы”, “Иң яҡшы тракторсы-механик” номинациялары өсөн тиҫтәнән ашыу кеше көс һынашты. Уларҙың тәүҙә теоритик яҡтан белемдәре тикшерелде. Һуңынан иһә оҫталар практик һынау тотто. Эш сифаты, эш урынында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең күҙәтелеүе, кейемдәренең торошо айырым баһаланды.

Көнө буйы барған конкурс һөнәре буйынса иң яҡшыларын билдәләне. “Иң яҡшы слесарь-сантехник” номинацияһында Хәйбулланан Фирғәт Түвәләев билдәләнде. Учалынан Таһир Сәғәҙәтов – икенсе, Баймаҡтан Айнур Кулибаев өсөнсө урындарҙы алды. Баймаҡтан Рафиҡ Солтангилдин “Иң яҡшы ҡаҙанлыҡ операторы” тип билдәләнде. Киләһе урынды Әбйәлилдән Аркадий Копытов алды. “Иң яҡшы электромонтер” исеменә Баймаҡтан Ринат Тутаев лайыҡ булды. Әбйәлилдән Денис Плотников иһә икенсе урынға сыҡты. “Иң яҡшы ихата алды йыйыштырыусыһы” тип Баймаҡтан Хәмит Хәбибуллин танылды. Киләһе урынды Баймаҡтан Мир Тләүсин менән Сибайҙан Марат Уразғолов бүлеште. “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” лә Баймаҡтан - Айнур Ҡолбулдин. Йылайырҙан Петр Садов – икенсе, Әбйәлилдән Айбулат Ҡотоев – өсөнсө, Баймаҡтан Ильяс Низамов дүртенсе урындарҙы алды. “Иң яҡшы тракторсы-механик” тип Сибайҙан Сергей Чуднов танылды. Баймаҡтан Мәҡсүт Сәйфуллин – икенсе, Әбйәлилдән Мансур Ялалов өсөнсө урындарға сыҡты.


“Һөнәре буйынса иң яҡшыларға” Дипломдар, ә ҡалғандарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас в