Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2019, 17:12

Мул уңыш үҫтерергә яҙһын!

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, һуңғы тиҫтә йылдарҙа беҙҙең районда фермерлыҡ хәрәкәте үҫешкәндән-үҫешә бара.

Бөгөн төбәктә 300-ҙән ашыу КФХ иҫәпләнеп, улар үҫемлекселек, һыйыр, йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт үрсетеү, йәшелсәселек буйынса махсуслаша, йылдан-йыл производство ҡеүәттәрен арттыра. Тап фермерҙар өлөшөнә районда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 34 проценты тура килә. Бөгөн үҫемлекселек менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ҡыҙыу мәл – төп көс яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлтелгән. Ҡайһы бер предприятиелар сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамланы ла инде. Татлыбайҙан “Радик Ишмуллин” һәм Ҡуянтауҙан “Илгиз Байегетов” КФХ-лары яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сыҡты.

Радик Исҡужа улы етәкләгән предприятие районда тотороҡло эшләүсе, йылдан-йыл производство ҡеүәттәрен арттыра барыусыларҙан һанала. Ул ауыл хужалығы культуралары үҫтереү, һыйыр, йылҡы малы үрсетеү, һөт һәм ҡымыҙ етештереү менән уңышлы һәм табышлы шөғөлләнә. Хужалыҡ техник потенциалын йылданйыл нығыта бара, ҡеүәтле матди базаға эйә. Хужалыҡтың сәсеү майҙандары структураһы 700 гектарҙы биләп, шуның 247 гектарын арпа, 170 гектарын бойҙай, 120 гектарын етен, 83 гектарын судан үләне һәм ҡалғанын һоло тәшкил итте. Билдәле, предприятие яҙғы баҫыу эштәрен тейешле әҙерлек менән ҡаршыланы: көҙ 328 гектарҙа ер эшкәртелде, орлоҡ фонды 1-се һәм 2-се репродукциялыһы менән яңыртылды, техника ремонтланды.

Сәсеүҙә К-700 тракторҙарында механизаторҙар Морат Уразбаев менән Ғәлим Юламанов, Т-4 А тракторында Зөфәр Кирамов, катуклауҙа Дим Нәбиев, орлоҡ ташыуҙа Ислам Биктимеров һәм Фәтих Дауытов, сәсеүселәр Рауил Сәғитов, Ғәйфулла Кинйәбаев, Нур Ғүмәров баҫыу батырҙары булып танылды. Орлоҡ тейәүҙә, агрегаттарҙы техник хеҙмәтләндереүҙә Ғәйнислам Абдуллин һынатманы. Ашнаҡсы Миңһылыу Әхмәтова тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрҙө. Әйткәндәй, игенселәрҙе 4 тапҡыр бушлай ашатыу ойошторолдо.

Илгиз Ғаяз улы Байегетовтың крәҫтиән-фермер хужалығы төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Яуаплы миҙгелде коллектив яҡшы әҙерлек менән ҡаршыланы, көҙ 450 гектарҙа ер туңға һөрөлдө, сифатлы орлоҡ тупланды. Яҙғы сәсеү 1347 гектарҙы биләп, шуның 365 гектарын бойҙай, 344 гектарын кәрешкә менән һоло, 250 гектарын етен, 125 гектарын рапс һәм ҡалғанын арпа тәшкил итте.

Баш агроном Мирза Абҙаҡов етәкселегендәге сәсеүселәр звеноһы баҫыу эштәрен сифатлы, ҡулайлы агротехник сроктарҙа атҡарып сыҡты. Сәсеүҙә К-700 тракторында Фәнис Йосопов, МТЗ тракторҙарында Варис Ишембәтов, Илфат Саникин, Иҙел Маликов, Хәбир Буранбаев, орлоҡ ташыуҙа водителдәр Владимир Яшкин һәм Рим Мостафин, сәсеүселәр Азамат Сәғитов һәм Салауат Сәйғәфәров намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Тәмле аш-һыу әҙерләгән ашнаҡсы Светлана Рәхимғолованың хеҙмәтен етәкселәр ҙә, игенселәр ҙә юғары баһаланы.

Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. “Р.Ишмуллин” һәм “И.Байегетов” КФХ-лары ла баҫыу эштәрен мәлендә атҡарып сыҡты. Быйыл да уларға мул уңыш үҫтереп алырға яҙһын!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор фотолары
Читайте нас: