Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2019, 14:07
Ныҡышмалы хеҙмәт – уңыш нигеҙе
Ҡараталдан Айбулат Юнысбаев менән Артур Хәсәнов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, ысын мәғәнәһендә ауылдың терәге булып тора. Предприятие ун биш кешене эш менән тәьмин итә, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра, матди-техник базаһын нығыта бара.
Ҡараталдан Айбулат Юнысбаев менән Артур Хәсәнов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, ысын мәғәнәһендә ауылдың терәге булып тора. Предприятие ун биш кешене эш менән тәьмин итә, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра, матди-техник базаһын нығыта бара.
Иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәрен хужалыҡ тейешле әҙерлек менән ҡаршы алды. Көҙ 200 гектарҙа ер туңға һөрөлдө, сортты яңыртыу маҡсатында Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһынан күк аҡтамыр, рапс, башҡа хужалыҡтарҙан сифатлы иген орлоғо һатып алынды, техника-агрегаттар әҙерлек һыҙығына баҫтырылды.
Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре 800 гектарҙы биләп, шуның 540 гектарында ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә, ҡалғанын күп йыллыҡ үлән майҙандары тәшкил итә. Бөгөн бында бөтә көс яҙғы баҫыу эштәренә йүнәлтелгән, сәсеүгә ике агрегат – К-701 тракторы менән ҡамыл һәм МТЗ-80 тракторы менән рәт сәскестәре йәлеп ителгән. Ерҙе культивациялауҙа ДТ-75 тракторында Хәбир Азаматов, сәсеүҙә механизаторҙар Миңлебай Иҙрисов, Илнур Үлмәҫбаев, орлоҡ ташыуҙа КамАЗ автомашинаһында Шәһит Ғәйетбаев, сәсеүселәр Данил Янбаев һәм Хәммәт Хисмәтуллин, катуклауҙа Шәһит Юнысбаев һынатмай. Гөлнара Кәримова баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә. Әле хужалыҡта рапс, малсылыҡ өсөн тәғәйенләнгән күк аҡтамыр сәсеү тамамланған, һолоно сәсеү ҙә аҙағына яҡынлаша. Шунан инде сират бойҙай менән арпаға етә.
– Мал аҙығы базаһын нығытыу өсөн быйылдан был тармаҡҡа иғтибарҙы арттырҙыҡ, – ти Айбулат Шәкерт улы, – яңы культуралар орлоғо һатып алынды, шулай уҡ сенажға һоло менән борсаҡ ҡатнашмаһын сәсәбеҙ. Был эште киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ. Сөнки малсылыҡ иҡтисад нигеҙен тәшкил итә һәм иң беренсе сиратта аҙыҡ базаһын яҡшыртыу төп бурыс булып тора.
Шуныһы һөйөнөслө, предприятиела малсылыҡ тармағы йылдан-йыл үҫеш ала бара, мал һаны ла арта – бөгөн ул 150 баш тәшкил итә. Базаларҙы яңыртыу, малдар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу өлкәһендә лә маҡсатлы эшләй хужалыҡ. Бөгөн бында яңы йәйләү төҙөү менән әүҙем шөғөлләнәләр. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирәсәк.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла