Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель 2019, 16:45

Яҙ уңған – көҙ уңыр

Иң мөһим ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Баймаҡ аграрийҙары яңы миҙгелде ниндәй әҙерлек менән ҡаршы ала, яҙғы баҫыу эштәренең стратегияһы һәм тактикаһы ниндәй? Йыл крәҫтиән өсөн нисек килә? Миҙгелдең быйылғы үҙенсәлектәре нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр яуап бирә.

Иң мөһим ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Баймаҡ аграрийҙары яңы миҙгелде ниндәй әҙерлек менән ҡаршы ала, яҙғы баҫыу эштәренең стратегияһы һәм тактикаһы ниндәй? Йыл крәҫтиән өсөн нисек килә? Миҙгелдең быйылғы үҙенсәлектәре нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр яуап бирә.

Райондың агрономия хеҙмәте етәксеһе Радик Рәхмәтуллин менән ойошторолған интервьюла беҙ быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында һөйләштек.

– Радик Ғәле улы, яңы миҙгелде нисек күҙаллайһығыҙ? Яҙ менән йәй ауыл хеҙмәтсәненең өмөтөн аҡлармы?

– Билдәле булыуынса, былтыр яуым-төшөм бик аҙ булды, ул үҫемлекселек тармағына ныҡ йоғонто яһаны. Уҙған көҙ, мәҫәлән, 1 метрҙағы тупраҡ ҡатламында дым бөтөнләй булманы. Шуға ла быйылғы ҡышҡа өмөттәр ҙур ине һәм ул аҡланды, тип әйтергә кәрәк. Белеүебеҙсә, ҡар әлеге миҙгелдә күп яуҙы, уның тығыҙлығы ла яҡшы ине. Ҡарҙың да иреп, ергә һеңеүен күрәбеҙ. Төрлө фараздарға таянһаҡ, яңы миҙгелдең уҙған йылдарға ҡарағанда иртәрәк килеүе күҙәтелә. Минеңсә, йыл игенсе өсөн ҡулай килмәксе. Шулай булғас, яҡшы уңыш үҫтереп алырбыҙ, тигән ниәттәмен.

– Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүҙең стратегияһы һәм тактикаһы ниндәй?

– Ғәмәлдәге яҙғы баҫыу эштәренең стратегияһы һәм тактикаһы элекке йылдарҙағы кеүек ҡала – сәсеүҙе иртә башлау һәм уны оптималь сроктарҙа, 10-14 көн эсендә атҡарып сығыу. сөнки баҫыу эштәре һуңлаған осраҡта беҙ тупраҡтағы дымды юғалтасаҡбыҙ. Шуның өсөн бөтөн техника-агрегаттар паркын мәлендә әҙерләп, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплап һәм башҡа ойоштороу мәсьәләләрен ойошҡанлы хәл итеп, сәсеүҙе ваҡытында башлау төп бурыс булырға тейеш. Тик шул осраҡта ғына беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешә аласаҡбыҙ.

– Сәсеү майҙандары структураһына килгәндә, быйыл нисә гектарҙа иген, мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеү бурысы ҡуйыла? Орлоҡ фонды, элиталы орлоҡ һатып алыу буйынса хәл нисек? Иҡтисади йәһәттән табышлы культураларға быйыл да өҫтөнлөк биреләме?

– Быйыл иген культуралары 65 мең, мал аҙығы культуралары – 20 мең, техник культуралар 7500 гектарҙы биләйәсәк, йәғни былтырғы кимәлдә ҡала. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади табышлы булған техник культуралар майҙандары быйыл тағы ла арта. Шуны әйтергә кәрәк, сәсеү майҙандарының сама менән 1 мең гектарға артыуы көтөлә – был яңы эш башлаусы фермерҙарҙың, эшҡыуарҙарҙың күпләп үҫемлекселеккә йөҙ бороуы менән бәйле. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа халыҡтың ер эшенә мөнәсәбәте ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, иген, мал аҙығы культуралары сәсеүгә тотоноуҙары күҙәтелә. Аграрийҙарҙың ер эшкәртеүгә ныҡлы иғтибар бүлеүе, йылдан-йыл матди-техник базаны нығытыуы, сорт яңыртыу өҫтөндә маҡсатлы эшләүе һөйөндөрә. Был, әлбиттә, үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Быйылғы миҙгелгә лә ауыл хужалығы тауары етештереүселәре яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫа. Көҙҙән үк иген, мал аҙығы, техник культуралар орлоғо әҙерләп һалынды, әле лә сорт яңыртыу эше әүҙем дауам итә. Бөгөнгә 300 тонна элиталы, юғары репродукциялы һәм 1-се репродукциялы иген культуралары орлоғо һатып алынған. Шул уҡ ваҡытта 20 тонна күп йыллыҡ, 30 тонна бер йыллыҡ үләндәр орлоғо тупланған. Техник культураларға килгәндә, 30 тонна яңы орлоҡ һалынған. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК, “Рассвет” ЯсЙ-һы, “Ғ.Рәхмәтуллин”, “Р.Ҡасҡынов”, “Р.Яхин”, “В.Землянский” КФХ-лары, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡ ғилми подразделениеһы башҡаларға өлгө булып тора.

Һуңғы йылдарҙа районда иҡтисади йәһәттән табышлы культураларға иғтибар бермә-бер арта. Күп хужалыҡтар рапс, етен сәсеү менән шөғөлләнә, былтыр тәүләп нут, чечевица, горчица кеүек культураларға йөҙ борған хужалыҡтар ҙа булды. Улар һаны быйыл да артасаҡ.

– Ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреүҙә, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа ашламаларҙың әһәмиәте ҙур. Әммә ҡиммәт булыу арҡаһында күп хужалыҡтар уларҙы файҙаланмай...

– Дөрөҫ, минераль ашламаларға һатып алыу хаҡтарының юғары булыуы аграрийҙарға аяҡ сала. Шуның өсөн һуңғы йылдарҙа беҙҙең фермер хужалыҡтары шыйыҡ комплекслы ашламаларға өҫтөнлөк бирә башланы. Улар сағыштырмаса арзан булыуы, ҡулланыуҙа ябайлығы менән айырылып тора. Бындай ашламаларҙы сәсеүҙә лә, баҫыуҙарҙы химик утау мәлендә лә ҡулланырға мөмкин. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәрендә минераль ашламаларҙы файҙаланған хужалыҡтар ҙа юҡ түгел: октябрь ауылынан “А.Шәрәфетдинов” КФХ-һы, мәҫәлән, күптән түгел 70 тонна һатып алды.

– Районда техниканы, ауыл хужалығы машиналарын әҙерлек һыҙығына баҫтырыу нисек ойошторолған? Техника паркын яңыртыу кимәле нисек?

– Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында техника-агрегаттарҙы яңы миҙгелгә әҙерләү эше киң йәйелдерелгән, ремонт әүҙем дауам итә. Айырыуса Ленин исемендәге АХК, “Р.Рәсүлев”, “Р.Ишмуллин”, “В.Землянский”, “А.Шәрәфетдинов” КФХ-лары был тәңгәлдә башҡаларға үрнәк күрһәтә. Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа райондың фермер хужалыҡтары техника паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Былтыр ғына ла байтаҡ хужалыҡтар яңы тракторҙар, сәсеү комплекстары, ауыл хужалығы машиналары һатып алды. Был маҡсатлы эш дауам итә. Техника хаҡының 50 проценты дәүләт тарафынан субсидияланыуы ла аграрийҙарға ҙур ярҙам булып тора.

– Үҫемлекселек тармағы әүҙем үҫешеп, халыҡтың ер эшенә йөҙ менән боролоуы күҙәтелһә лә, районда буш ятҡан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр ҙә байтаҡ бит әле...

– Эйе, бик тә актуаль һорау. Элекке “Күгиҙел”, “Һәүәнәк” совхоздары, октябрҙең 50 йыллығы исемендәге, “Урал”, К.Маркс исемендәге, “Алға” колхоздарындағы ерҙәр файҙаланылмай буш ята бөгөн. Уларҙы ҡый баҫыуы, эшкәртелмәүе ҙур борсолоу тыуҙыра. Быға нимә сәбәпсе? Ул төбәктәрҙә малды көтөүҙе тейешенсә ойоштормау, берәҙәк малдың күпләп йөрөүе арҡаһында кешеләр үҫемлекселек тармағына тотонорға баҙнат итмәй. Сөнки сәсеүҙән файҙа булмаясаҡ – сәсеүлектәрҙе йылҡы, һыйыр малы тапап бөтөрәсәк. Шуның өсөн район хакимиәте был тәңгәлдә ауыл биләмәләре башлыҡтарына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр мәсьәләһен ныҡлы контролгә алырға тәҡдим итә. Тейешле эш алып барылмағанлыҡтан, бөгөн пай ерҙәре буш, ташландыҡ хәлдә ята. Ә бит ер эше менән шөғөлләнергә теләүселәр районда бик күп, тик ошо проблема ғына бәкәлгә һуға. Был тәңгәлдә етди уйланырға урын бар. әйткәндәй, һуңғы осорҙа Һәмән, Муллаҡай ауылдарында игенселеккә тотона башлауҙары ҡыуандыра. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен ныҡлы әҙерлек менән ҡаршы алыу, уны оптималь ваҡытта үткәреү һәм яҡшы уңыш үҫтереп алыу – ауыл хужалығында эшләүсе һәр кемдең уртаҡ бурысы ул. Тиҙҙән сосновка ауылында ойоштороласаҡ район агроконференцияһы ла сәсеүгә әҙерлек мәсьәләһен көн үҙәгенә сығарасаҡ. Ул “Р.Яхин”, “М.Рәхимов”, “Р.Якиев”, “Н.Рәхмәтуллин” КФХ-лары, “Дилә” ЯсЙ-һы базаһында үтәсәк.
Читайте нас: