Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Июль 2018, 18:46
Бәхтигәрәй фермеры
Бәхтигәрәй ауылынан Ғилман Нәҙербаев крәҫтиән-фермер хужалығы асҡанға ҡәҙәр БДАУ-ны тамамлап, биш йыл Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһында фән менән шөғөлләнергә, артабан МТС-тың Баймаҡ филиалында өлкән менеджер һәм ете йыл Баймаҡ урман хужалығында янғын-техник станцияһы начальнигы булып эшләргә өлгөрә. Был уға тормош тәжрибәһе тупларға ярҙам итә һәм яңы йүнәлешкә һуҡмаҡ һала.
Бәхтигәрәй ауылынан Ғилман Нәҙербаев крәҫтиән-фермер хужалығы асҡанға ҡәҙәр БДАУ-ны тамамлап, биш йыл Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Ҡуянтауҙағы ғилми подразделениеһында фән менән шөғөлләнергә, артабан МТС-тың Баймаҡ филиалында өлкән менеджер һәм ете йыл Баймаҡ урман хужалығында янғын-техник станцияһы начальнигы булып эшләргә өлгөрә. Был уға тормош тәжрибәһе тупларға ярҙам итә һәм яңы йүнәлешкә һуҡмаҡ һала.
Ғилмандың фермерлыҡҡа тотоноуы юҡтан түгел. Барлыҡ ғүмере тыуған ере менән бәйле егеткә ауыл хужалығы тармағы һәр саҡ күңеленә яҡын була. Атаһы Риза Йомағужа улы ла хеҙмәт юлын ауыл һәм урман хужалығына арнай, әсәһе Фәрзәнә Ғәрифулла ҡыҙы почтала эшләп хаҡлы ялға сыға. Тап улар буласаҡ фермер күңеленә тыуған ергә һөйөү орлоҡтары һала һәм бөгөн улар улдарының эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, ныҡлы терәге булып тора. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуға ла шәхси ярҙамсы хужалыҡтың ныҡлы булыуы булышлыҡ итә.
Бынан ике йыл элек Ғилман Риза улы тыуған ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы асып ебәрә һәм “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашырға йөрьәт итә. Конкурста еңеп сыҡҡас, бүленгән 1,5 млн һум дәүләт ярҙамын МТЗ-82.1 тракторы һәм 10 баш тана һатып алыуға тотона. Шулай итеп тәүге аҙымдар яһала һәм бөгөн “Ғ.Нәҙербаев” КФХ-һы йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен арттыра барыусы, тотороҡло үҫешеүсе бәләкәй предприятиелар рәтенә баҫты. Әле хужалыҡта 30 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 20 һауын һыйыры аҫрала. Фермерҙың 100 гектар ерендә мал аҙығы культуралары үҫтерелә.
– Миңә тәүҙән үк ышаныс күрһәткәндәре һәм бөгөн дә хәстәрлектәренән өҙмәгәндәре өсөн район хакимиәте, уның ауыл хужалығы бүлеге, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселегенә, шулай уҡ тармаҡты үҫтереүҙә һәр яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн “И.Мөхәмәтғәлиев”, “Р.Рәсүлев”, “И.Байегетов” КФХ-лары, “Рассвет” АХК-һы етәкселәренә рәхмәт белдерәм, – ти Ғилман. – Киләсәккә уй-ниәттәр етерлек. Иң тәүге сиратта мал һанын арттырыу, тоҡомсолоҡто яҡшыртыу маҡсат итеп ҡуйыла. Бөгөнгө шарттарҙа ит йүнәлешендәге малсылыҡҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәктер тигән ниәттәмен.
Ғилмандың кәләше Әлфирә Әмир ҡыҙы, фермерлыҡ йүнәлешенә күп көс һалыу менән бер рәттән, Баймаҡта теген цехы асып, унда ла эшләргә өлгөрә. Матур ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Ана шундай уңған ғаиләләр һәм эшҡыуарҙар арабыҙҙа күберәк булһын!
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?