Бөтә яңылыҡтар
26 Апрель 2018, 13:52

Афарин, түбәләр!

20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды.

Афарин, түбәләр!



20 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы лауреаттарына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара Урындағы үҙидара көнөнә арналды. Шуныһы һөйөнөслө, Түбә ауыл биләмәһе (башлығы Гүзәл Ғәйнетдин ҡыҙы Баянова) был конкурста икенсе урын яуланы!
Артабан урындағы БР үҙиадара органдары Ассоциацияһының VII съезы эш башланы. Был йыйын уникаль майҙансыҡҡа әүерелгән. Унда урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе – муниципаль идара сифатын һәм граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын бойомға ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһе тикшерелә. Съездың эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәге юғары кимәлдәге күргәҙмәләр менән дә танышты, республика үҙешмәкәр смотрында еңеү яулаған дәү
ләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең бай йөкмәткеле концертын ҡарап һөйөндө.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Һүрәттә: район хакимиәте башлығы И.Ситдыҡов һәм Түбә ауыл биләмәһе башлығы Г.Баянова.


Читайте нас: