Изге эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ
миҙгелгә яңы маҡсаттар ҡуя
Ер йөҙөндәге барлыҡ милләттәрҙең, ырыуҙарҙың һәм ҡәбилә-араларҙың үҙ тыуған ере, йылға-күлдәре, тауҙары, ауыл һәм ҡалалары бар. Һәр бер үҫмер балаға ата-әсәһенең тыуған ере, уның тарихы, дине, ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-моңо, теле бик тә ҡәҙерле. Беҙҙең дә бәләкәй генә Иҫән ауылы халҡы, заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, гөрләтеп йәшәп ята, изге эштәр башҡара. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Миңлеғәле Йәрмөхәмәтовҡа эйәреп, дәррәү көс менән иман йорто – мәсет төҙөй, Еңеү аллеяһын булдыра, тарихыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе күтәргән таҡтаташтар ҡуйҙыра. Аллаға шөкөр, мәсеттең ҡыйығы ябылды, уға ҙур ай ҡуйылды. Бәхтигәрәй ауылы муллаһы Риза хажи Нәҙербаев һәм Иҫән ауылы имамы Илгиз Ҡыҙрасов намаҙ уҡып, доға ҡылды. Апай-ағайҙар хәйер таратып, һуңынан аят ашы ашанылар.
Йәй айҙарында мәктәп артындағы Еңеү аллеяһы ҡиммәтле тимер ҡойма менән кәртәләп алынды. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 200 ҡаһарман һалдаттың исем-шәрифтәре яҙылған 2х3 метр ҙурлыҡтағы таш һәйкәл ҡуйылды. Ҡар иреп бөткәс, баҡсаға йәш үҫентеләр ултыртырға йыйынып йөрөйбөҙ. Шулай уҡ 1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан иҫәндәр хөрмәтенә, 1914 йылдағы 1-се донъя һуғышында булған яугирҙәр хөрмәтенә яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен яҙып мәңгеләштерергә ниәтләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта аллеяның бер яғында репрессия ҡорбаны булған ауылдаштарға таҡтаташ ҡуйыуҙы ла планға индергәнбеҙ.
Еңеү баҡсаһының алғы өлөшөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған бер туған биш ағалы-ҡустылы Таңғатаровтарға ла урын бирелер тип күҙаллана. Әсәләре Бибиямал инәйҙең шундай ауыр ҡайғыны кисереүе үҙе ҙур батырлыҡ булғандыр. Үҙе мәрхүмә булып киткәнсе, улдарымдың берәүһе исмаһам ҡайтмаҫмы, тип көттө ул. Ошондай үлемһеҙ һалдаттар хөрмәтенә лә таҡтаташ ултыртыу ҙур эштәрҙең береһе булып тора.
Ауылдың өҫтөнә ҡоларҙай булып ултырған Ҡангилде тауы башына үҙенсәлекле һәйкәл ҡуйылды. 2х3 метр ҙурлыҡтағы мөһабәт ташҡа былай тип яҙылған: “Башҡорттар Ырымбур крепосын үҙ ерҙәрендә төҙөүгә һәм яһаҡ түләүгә ҡаршы яуға күтәрелә. Ҡараһаҡал күп юғалтыуҙарға түҙә алмай, ҡаҙаҡ далаларына сигенергә мәжбүр була. Урусов тигән батша карателдәре ошо Ҡангилде тауында 1740 йылда 8 июндән 17 июлгәсә 1531 башҡортто язалап үлтерә, 5826 ир-атты, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны Ырымбурға алып китә. Шулай уҡ 1600 баш йылҡы, 2289 һыйыр малы һәм 476 ваҡ мал тартып алына. Башҡорт халҡынан бик күп алтын-көмөш талап Мәскәү ҡаҙнаһына ебәрелә. Иҫән ауылы язаны нығыраҡ күрә; ауыл халҡының ҡарт-ҡороһо, бәлиғ булмаған сабыйҙарының бик аҙы ғына имен ҡала. Ауылдың бер өйө, кәртә-ҡураһы ҡалмай – урыҫ һалдаттары аяуһыҙ үртәп китәләр”.
Бына ошо таш-һәйкәлдәрҙе табыу, техника менән күсереү, яҙыуҙарҙы баҫтырыуға Миңлеғәле Зөлҡәрнәй улы күп көс һала. Ифрат тырыш, йүнсел һәм түҙемле ауылдашыбыҙға ауыл халҡы бик тә рәхмәтле.
Үткән йыл ауыл егеттәре 1920-21 йылдарҙағы ҡоролоҡтан һәм йотлоҡтан мәрхүм булған һәм Әптрәхим соҡорона ерләнгән 104 мәрхүм-мәрхүмәләр иҫтәлегенә ҙур йәшмә таш ултыртты һәм таҡтаташ элде. Ул ауылдың көньяҡ осонда, Иҫән-Баймаҡ юлы сатында алыҫтан күренеп тора.
Уҙған йыл ауылдың ҡомартҡыһы булған Имам Әнәс ҡоҙоғо ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы – урындағы халыҡ уның тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартып торҙо.
Үрҙә телгә алынған эштәрҙә ауылдаштарыбыҙ ихлас ҡатнашты. Айырыуса Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов, Рафиҡ Әхмәтов, Рафаэль Мөхәмәтйәнов, Юлай Әминев, Ильяс Йәрмөхәмәтов, Рәүф Әминев, Йосоп Ҡыҙрасов, Хафиз Йәрмөхәмәтов, Артур Йәнгилдин, Зиннәт Ишмырҙин, Ринат Әхмәтов, Йәмил Сырлыбаев, Илдус Ҡыҙрасов, Сәйфетдин Әхмәтов, Рим Ҡорбанғәлиев, Айнур Йәнгилдин, Фәнил Сырлыбаев, Сыңғыҙ Ғәйнуллин, Тәфтизан Әминев, Айҙар Йәнгилдин, Азат менән Ғәзиз Самарбаевтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерге килә. Ә бына Сабир Ғәйнуллин, Илнур Ҡыҙрасов, Юлдаш Әминев, Ғәзиз Самарбаев, Ибраһим Йәрмөхәмәтов, Рәмил Әхмәтов үҙҙәренең техникаһы менән ярҙам күрһәтте. Һәр ауыл өмәһендә ҡатнашҡан, әле Ватанды һаҡлаусы Илдар Йәнгилдинды ла маҡтап телгә алмау мөмкин түгел.
Билдәле булыуынса, былтыр тотош республиканы һәм районды хайран ҡалдырып, август айында ҙур Шәжәрә байрамы ойошторолдо. Мөһабәт 23 тирмә ҡоролдо, байрамға Рәсәйҙең өлкә-ҡалаларынан һәм Башҡортостандың төрлө райондарынан 1500-ҙән ашыу ауылдаш йыйылды, туғандар табышты һәм осрашты. Бындай байрамдар һәм осрашыуҙар бик кәрәк, киләсәктә лә улар ойошторорлор, тигән теләктә ҡалабыҙ.
...Бына тағы ҡарҙар иреп, яҙ ҙа килде, тирә-яҡ нурға сорналды. Иҫән ауылы халҡы яҙғы-йәйге осорға яңы уй-ниәттәр менән аяҡ баҫа. Быйыл Еңеү аллеяһына ағастар ултыртыу, ауылға ингән урында ҡапҡа-стела ҡуйҙырыу, ауыл уртаһындағы Әүлиә зыяратын кәртәләп алыу күҙ уңында тотола. Райондың мөғжизәһе – Талҡаҫ күле буйын төҙөкләндереү, йәшелләндереү, ял итеү урындары булдырыу, унда тәртип урынлаштырыу күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, яҡташтар, Иҫән ауылының данлы тарихын бөгөнгө быуынға еткереү, уның матур йолаларын дауам итеү, төбәкте үҫтереү йүнәлешендә мөмкин булғандың барыһын да эшләйек. Беҙ, Иҫән ауылы халҡы, булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!