Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2018, 17:28

Лениндар яңы миҙгелгә күптән әҙер

Бөгөн район аграрийҙары өсөн иң яуаплы мәл – хужалыҡтар ең һыҙғанып яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә.

Бөгөн район аграрийҙары өсөн иң яуаплы мәл – хужалыҡтар ең һыҙғанып яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында орлоҡ фондын хәстәрләү, техника-агрегаттарҙы ремонтлау, яғыулыҡ-майлау материалдары туплау менән маҡсатлы шөғөлләнәләр. Төбәк агросәнәғәтенең флагманы – Ленин исемендәге АХК-ла был йүнәлештә эш айырыуса әүҙем бара.

Хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк ауыл хужалығы машиналарын һәм техниканы һәр ваҡыт алдан хәстәрләп ҡуя. Был юлы ла шулай булды – техника паркы үткән көҙ үк ремонтланып, һаҡлауға ҡуйылды. Йыл башында иһә сәскестәргә ҡайһы бер запас частар алынып, уларҙы ремонтлау ошо көндәрҙә тамамланды. Предприятиеның баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтов етәкләгән ремонт бригадаһы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡарып сыҡты. Был тәңгәлдә иретеп йәбештереүсе Илнур Ишкинин, механизаторҙар Наил Солтанов, Фәнил Ғәйетбаев, Илшат Сәғәҙәтов маҡтауға лайыҡ.
– Ваҡытында хәстәрлек күргәс, быйыл артыҡ ремонт эштәре талап ителмәне, – ти баш инженер, – сәсеүҙә ҡатнашасаҡ барлыҡ техника-агрегаттар ҙа әҙер, тик һынау-көйләү эштәре генә ҡалды. Техника механизаторҙар менән комплектланған, уларға махсус кейем алынған. Ошо арала хеҙмәтсәндәр медосмотр үтәсәк. Ғөмүмән, яңы миҙгелгә әҙерлек ойошҡанлы бара.
Быйыл Ленин исемендәге АХК 2800 гектарҙа иген, мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Техник культураларҙың иҡтисади йәһәттән табышлы икәнен күҙ уңында тотоп, уларҙың майҙандары арта – рапс, мәҫәлән, 300 гектарҙы биләйәсәк. Был маҡсатлы эш артабан да эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк. Баҫыу эштәренә иһә ике К-700 һәм бер Т-150 К тракторҙары менән ҡамыл сәскестәре һәм МТЗ-лар менән ике рәт сәскесе йәлеп ителәсәк. Әйткәндәй, яғыулыҡ-майлау материалдары бында инде күптән тупланған.
Хужалыҡта хеҙмәтсәндәрҙе күтәрмәләү, уларҙың социаль мәсьәләләрен даими хәл итеүгә етди иғтибар бүленә, был иһә производство күрһәткестәрендә лә сағылыш таба. Яҙғы баҫыу эштәре барышында удар бер һәм өс көнлөктәр ойоштороу, уларҙа еңеүселәрҙе аҡсалата бүләкләп барыу, сәсеү батырҙарын тәбрикләү быйыл да маҡсат итеп ҡуйыла. Миҙгел осорона ярыш шарттары ла ошо арала иғлан ителәсәк.
– Миҙгел ауыл хеҙмәтсәне өсөн насарҙан булмаясаҡ, йыл яҡшы килергә тейеш, – тине хужалыҡ рәйесе Ғәлим Сәлимов, – һәр хәлдә беҙ шуға өмөт итәбеҙ. Йылдағыса, беҙҙең коллектив яңы миҙгелде яңы дәрт һәм яҡшы кәйеф менән ҡаршы ала. Сәсеүҙе лә ҡулайлы ваҡытта һәм сифатлы итеп атҡарып сығырбыҙ тип ышанам.
Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК, күреүебеҙсә, быйыл да яҙғы баҫыу эштәрен юғары әҙерлек менән ҡаршы ала, башҡаларға үрнәк булып тора.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: баҫыусылыҡ бригадиры Урал Гөлбәйетов (уртала) ремонтсылар менән.

Автор фотоһы.

Читайте нас: