Бөтә яңылыҡтар
30 Ғинуар 2017, 20:43

Беҙҙең маҡсаттар ҙур

2016 йылда Баймаҡ телевидениеһы яңы форматта эшләй башланы. Беҙҙе даими ҡараусылар былтыр декабрҙә эфирға сыҡмай башлауыбыҙға шунда уҡ иғтибар итте. Эш шунда: БСТ етәкселеге сәбәбен аңлатмай беҙҙең менән килешеүҙе өҙҙө. БСТ-ның генераль директоры Г.М. Яҡупов менән осрашҡандан һуң ҡайһы бер телестудияларҙың республика яңылыҡтары барғанда үҙ эфирын ебәреүе асыҡланды. Беҙҙә ундай етешһеҙлектәр булманы. Шулай уҡ телевизор ҡараусылар Баймаҡ телевидениеһы күрһәткәндә “Йома” тапшырыуын, хоккей уйынын ҡарай алмауҙарына ла йыш зарлана башланы. Шуға күрә БСТ етәкселеге урындағы телестудияларҙың ваҡытын яйға һалыуҙы үҙ контроленә алды. Әлбиттә, үҙгәрештәр беҙҙең файҙаға түгел. Беренсенән, эфирға сығыу көндәрен ҡыҫҡарттылар. Икенсенән, уның ваҡыты ла үҙгәрҙе. Хәҙер беҙҙе 16.45-17.30 сәғәттә ҡарарға була. Уның ҡарауы реклама өсөн өҫтәмә ваҡыт бирҙеләр. Ләкин беҙ ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмайбыҙ. БСТ каналы менән артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ (“Сәләм”, “Яңылыҡтар” аша). Шулай уҡ беҙгә “Оҫталар”, “Бәхетнамә” тапшырыуҙарында махсус рубрика бирҙеләр. Әгәр был йылды уңышлы үткәрһәк, киләсәккә пландар бик ҙур. Ул тапшырыуҙарҙы IP-телевидениеһы аша күрһәтеү. Әлеге ваҡытта бер канал менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Беҙ быға тиклем дә Урал аръяғының күп райондарына мәғлүмәти ярҙам күрһәтеп килдек. Киләсәктә был эш дауам итәсәк. Шунһыҙ беҙҙең милли телевидениены һаҡлап булмаясаҡ. Сөнки ваҡыт бик тиҙ үҙгәрә. Әммә Баймаҡ телевидениеһын ябыу тураһында һүҙ бармай. Беҙгә район етәкселеге лә ҙур ярҙам күрһәтә. Баймаҡ телевидениеһы һуңғы йылдарҙа райондың абруйын күтәреү өсөн күп эшләне, беҙҙә үткән бар саралар республика кимәлендә яҡтыртылды. Мин “Юлдаш” радиоһы аша авторлыҡ программаһын алып барҙым. Шуларҙың 20 тапшырыуы Баймаҡ районына арналды. 2013 йылда Баймаҡ радиоһы эшләй башланы. Белеүегеҙсә, беҙ район элемтә үҙәге бинаһында урынлашҡанбыҙ. Бүлмәләр арендаға алынғас, ҡайһы бер проблемалар килеп тыуҙы: беҙ бинанан 17.30 сәғәттә сығып китергә мәжбүрбеҙ. Шуға күрә радиотапшырыуҙарҙың да ваҡытын үҙгәртергә тура киләсәк: шаршамбы һәм йома көндәрендә 11.45–12.00 сәғәттә.

Хөрмәтле яҡташтар! Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, һеҙ Баймаҡ телевидениеһы һәм радиоһы менән артабан бергә ҡалырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: