“Д.И. Ситдыҡов” КФХ-һы районда тотороҡло эшләп килгән, юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкән хужалыҡтарҙың береһе. Был фермер хужалығы иген культураларын үҫтереүҙә, уларҙан юғары уңыш алыуҙа, ер эшкәртеүҙә башҡаларға өлгө булып тора. Быйылғы миҙгелдә лә был бәләкәй коллектив мул уңыш үҫтереп алды – гектар ҡеүәте уртаса 25,5 центнер тәшкил итте. Бындай һөҙөмтәгә хужалыҡ тейешле технологияларҙы, агротехник алымдарҙы күҙәтеү, сорт яңыртыу эшенә, ер эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү, производствоны оҫта ойоштороу арҡаһында өлгәште. Әйткәндәй, ураҡ йомғаҡтары буйынса Динар Илшат улы етәкләгән коллектив КФХ-лар араһында еңеүсе булып танылды.
Фермер хужалығы яулаған ҡаҙаныштарҙа уның һәләтле коллективының хеҙмәте ҙур. Алдынғы механизатор һәм бригадир Рәфҡәт Ишназаров – дөйөм уңышҡа тос өлөш индергән хеҙмәтсәндәрҙең береһе. Быйылғы урып-йыйыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса Рәфҡәт Шәһит улы “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.