Ҡыҙыҡ кешеләр була донъяла. Бала табыу йортонда бер ҡатын менән яттыҡ. Миңә нимә алып киләләр, шуны ғына ашай. Үҙенә аҙыҡты моҡсай тултырып алып килһәләр, миңә “ал да ал, аша ла аша” тип ялбара башлай.
Мин алмайым. Сөнки әсәйем генә түгел, ә ирем дә бик тәмле итеп бешереп килтерә ине. Бәпесем йоҡлаған ваҡытта коридорға сығып киттем. Минең “күрше” ҡатын икенсе палатала ятҡанға үҙ башынан үткәндәрҙе һөйләп тора. Йәнәһе, уның ҡәйнәһе лә, бикәстәре лә сихырсы, шуға күрә улар ебәргән аҙыҡты ашамай. Ә үҙенең әсәһе алыҫ йәшәй, килә алмай. Уларҙың сихырын асыу өсөн аҙыҡты миңә ашатырға маташа, әммә мин ашамайым. “Тағы кемгә тәҡдим итеп ҡарарға икән?”-тип аптыранып тора.
Был ҡатындың башы эшләмәйҙер тигән фекергә килдем. Үҙ башына ниндәйҙер сихырлы аҙыҡ-түлекте уйлап тапҡан икән, ни өсөн уны башҡаларҙа һынап ҡарарға маташырға?
К.