Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып, йоғошло эпидемияларҙан тотош ҡәбиләләләр, илдәр һәләк булған. Медицина өлкәһенә килгән дин әһелдәре, ғалимдар барлыҡҡа килә башлағас ҡына, әкренләп көслө ауырыуҙар сигенгән. Эпидемияларҙы еңеүҙең төп ҡаҙанышы вакциналар булыуын оноторға ярамай. Медицина белгестәре бала донъяға килгәс тә прививкалар яһатыу мөһимлегенә килеп кешелекте эпидемия һәләкәтенән һаҡлап ҡалған.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа сабыйҙарына вакцина яһатыуҙан баш тартҡан ата-әсәләр барлыҡҡа килде. Кемдер быны дине ҡушмауы бәғзеләр вакцинацияға ышанысы юҡлығы менән аңлата. Бәхетһеҙлеккә, төрлө секталарға эйәргән ата-әсәләр ҙә осрап ҡуя. Ә бит прививкаларҙан баш тартыу ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе бар. Сөнки был хәүефле ауырыуҙар яңынан эпидемияға әүерелеүе бар. Шунадй ныҡ йоғошло һәм хәүефле ауырыуҙарҙың береһе – ҡыҙылсаны ҡарап үтәйек.
Ул өҫкө тын юлдарын зарарлаусы киҫкен йоғошло инфекция. Ауырыу кешенән һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә йоға. Уның менән бөтә йәштәге кешеләр ҙә ауырыуы ихтимал.Ҡыҙылса менән ғүмергә бер тапҡыр ғына сирләйҙәр, шунан организмда уға ҡаршы ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Ауырығанда температура 38 градусҡа һәм унан юғары күтәрелә, танау эсе, күҙҙәр, тын юлдары ялҡынһына. Һуңынан ҡолаҡ артында, биттә, муйында, күкрәктең өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл сабыртма барлыҡҡа килә. Бөтә тәнгә, аяҡ-ҡулдарға таралыуы ла бар. 3 – 4 көндән ағара башлай. Шуныһы ҡурҡыныс, был ауырыу күп осраҡта пневмонияға килтерә һәм уның эҙемтәләре бик ҡурҡыныс. Ауырыуҙан һаҡланыуҙың һәм уны иҫкәртеүҙең берҙән-бер ышаныслы алымы – ул вакцина яһатыу. Әгәр ҡыҙылса менән яҡынығыҙ ауырып китһә, ауырыуҙы шунда уҡ изоляциялау мөһим. Уның янында булғандарға ла, анализдар тапшырып, уның һөҙөмәтһе килмәйенсә, башҡалар менән аралашыу ҡәтғи тыйыла.
Ҡыҙылса һәм башҡа хәүефле йоғошло ауырыуҙарҙы йоҡтормаҫ өсөн шәхси гигиенаны күҙәтергә, ҡулдарҙы һәр саҡ һабынлап йыуырға (әйткәндәй, коронавирус пандемияһы ваҡытында бар мәктәптәргә, уҡыу йорттарына, күп ойошмаларға ҡулдарға антисептик һиптерткестәр ҡуйылды, уларҙы мотлаҡ ҡулланығыҙ), һау-сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Әгәр балағыҙ йә үҙегеҙҙең температурағыҙ күтәрелә, ниндәйҙер ауырыуҙың билдәләре барлыҡҡа килә икән, үҙ-үҙегеҙҙе дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ, кешеләр араһына сығып сирҙе таратып йөрөмәгеҙ, дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ йә йортҡа табип саҡыртығыҙ. Үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы өсөн һеҙ яуаплы булыуығыҙҙы онотмағыҙ.
Гөлнур Латыпова, табип-инфекционист.
Халыҡты вакцинациялау "Һаулыҡ" милли өҫтөнлөклө проектына индерелгән.