Ике һарымһаҡ бүлкәтен турап, бер стакан һыуға һалырға. Йоҡлар алдынан эсә торғанын иртәнсәк, ә иртәнсәк эсә торғанын кискеһен әҙерләгеҙ. Өс - бищ көн эсеү етә. Сөнки ул ныҡ көслө. Ике аҙна ял итеп, тағы ҡабатлайбыҙ.
Һарымһаҡ һыуы йөрәк ауырыуҙарын, инсультты булдырмауҙа ҙур роль уйнай. Шулай уҡ ҡанды шыйығайтып, тромбтар барлыҡҡа килеүен кәметә. Ҡан баҫымын төшөрә, шулай уҡ холестерин кимәлен нормаға килтерә. Һарымһаҡ һыуы юғары ҡан баҫымынан, тромб, инсульт, быуындар ауыртыуынан ярҙам итә, киҙеү ауырыуҙарын профилактикалай. Көн һайын һарымһаҡ һыуын ҡулланыу организмдың инфекцияларға ҡаршы тороуын арттыра, быуындар ауыртыуын, ундағы шешенеүҙәр һәм елһенеүҙәрҙе кәметә, тиренең торошон һәм бауыр-бөйөрҙәрҙең эшен яҡшырта.
Һарымһаҡ һыуы көслө. Әгәр һеҙ ҡан шыйығайтыусы йә иһә ҡан баҫымын төшөрөүсе препараттар эсәһегеҙ икән, табип менән кәңәшләшмәйеенсә, һарымһаҡ һыуын ҡулланмаҫҡа кәрәк. Сөнки һарымһаҡ һыуы ҡан баҫымын төшөрә һәм ҡанды шыйығайта.