Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
15 Декабрь 2023, 21:25

Чупакабраны тотҡан!

Ағайым полиция саҡыртҡан. Улар протокол тултыра башлаған...

Чупакабраны тотҡан!
Чупакабраны тотҡан!

Иҫләйһегеҙме, ун йылдар самаһы элек чупакабра мәхшәре башланды. Сөнки урамлап кешеләрҙең ҡош-ҡортон ҡырып китәләр ине. Шул ваҡытта имәнес, ҡурҡыныс чупакабраны күргәндәр ҙә үҙ ваҡиғаларын һөйләне. Йәнәһе, был йәнлек ҡот осмалы, тештәре ҙур, ауыҙынан ҡан ҡойолоп тора...

Минең бер ағайым ошо чупакабраны тотҡан һәм уны шифоньерға бикләгән. Нимә эшләргә белмәй йәһәт кенә полиция саҡыртҡан. Тегеләр килгән дә, ағайымдан барыһын һорашып, тейешле ҡағыҙҙарын тултырып ултыралар икән.

Бер ваҡыт шифоньерҙан "мяу" тигән тауыш сыҡҡан. Чупакабра янына бесәйҙе лә бикләнегеҙме, тип һорайҙар икән. 

Ә ысынбарлыҡ үтә лә ҡыҙыҡ булып сыға. Ағайым чупакабра тип бикләгән йәнлек сфинкс тоҡомло бесәй булып сыға. Ә улар бесәйҙән бигерәк, ысынлап та чупакабраға оҡшаған. 

Р. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: