Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
13 Декабрь 2023, 20:15

Әрем йәймәһе - шәп дауа

Был йәймә әрнеп һыҙлаған быуындың ауыртыуын тиҙ ала. Һынап ҡаралған. Балалар, бигерәк тә үҫмерҙәр, тубыҡтары һыҙлауға зарланған осраҡтар була. Ошо йәймә уларға ла ярҙам итә. Үҫмер осоронда тиҙ үҫкән балаларҙың аяҡтары һыҙлауы йыш осрай. Уларға был мәлдә махсус витаминдар бирергә кәрәклеген онотмағыҙ...

Әрем йәймәһе - шәп дауа
Әрем йәймәһе - шәп дауа

Көндәр боҙола башлау менән күптәр быуындар һыҙлауына зарлана. Әрнеп һыҙлаған урындарға төрлө мазь күп хәҙер. Шулай уҡ был бәләнән әремдән эшләнгән йәймә лә ярҙам итә.

2 аш ҡалағы әремде яҡшылап ваҡлағыҙ. Ваҡланған әремде 1 сәй ҡалағы шыйыҡ май, 4 аш ҡалағы он, 2 сәй ҡалағы бал һәм 1 сәй ҡалағы камфара майы менән болғатып, йәймә эшләгеҙ. Уны һыҙлаған урынға баҫығыҙ. Өҫтөнән шыптыр моҡсай, өҫтөнән шарф менән уратып ҡуйығыҙ. 3 сәғәттән кәм тотмаҫҡа кәрәк. Төнгөлөккә эшләргә лә була. Хәлегеҙ яҡшырғансы эшләгеҙ. Был йәймә әрнеп һыҙлаған быуындың ауыртыуын тиҙ ала. Һынап ҡаралған.

Балалар, бигерәк тә үҫмерҙәр, тубыҡтары һыҙлауға зарланған осраҡтар була. Ошо йәймә уларға ла ярҙам итә. Үҫмер осоронда тиҙ үҫкән балаларҙың аяҡтары һыҙлауы йыш осрай. Уларға был мәлдә махсус витаминдар бирергә кәрәклеген онотмағыҙ.

Әрем, балға аллергияһы булғандарға был йәймәне һалырға ярамай.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.   

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: