Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәре алтын көҙҙөң әбейҙәр сыуағы мәлендә йыйын үткәрҙе. Йыйында Таһир, Һаҡмар, Мерәҫ, Беренсе Эткол, Ишмөхәмәт, Сыңғыҙ, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылының һәм Баймаҡ ҡалаһының ағинәйҙәре ҡатнашты.
Был турала беҙгә Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәренең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмө хәбәрр итте.
«Ауыл ағинәйҙәре икенсе йыл рәттән "Урал батыр" эпосы буйынса проект эше алып бара. Йыйын да тап ошо темаға арналды. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң мәшһүр "Урал"көйө аҫтында китапханасы Фәниә Зиннәт ҡыҙы сараның беренсе өлөшөн асты. Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Тәлғәт ҡыҙы ағинәйҙәрҙе ихлас күңелдән сәләмләне, уларҙы Ололар көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Клуб сәхнәһендә эпостан өҙөк ятлаған уҡыусылар Гөлнара һәм Арсен Фәйзуллиндар, Иҫәнгүжина Инзилә, Ғибатова Линараның(етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәмбәтҡолова Резеда Әхмәр ҡыҙы), ойошманың ағзаһы Ғүмәрова Хәмдиәнең сығыштары концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Фәниә һәм Динар Мәжитовтар моңло йырҙарын, клуб мөдире Фирүзә Ришат ҡыҙы һәм Ғибатова Линара дәртле бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре "Урал батыр"мәктәбенең эпостың һүҙҙәрен нигеҙ итеп алған ун йүнәлеше менән таныштырҙылар.
Йыйындың икенсе өлөшө ауылдан алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан стелла янында дауам итте. Тарих фәне уҡытыусыһы Хәлилов Мораҙым Ишбулды улы "Урал батыр"эпосының өс сәсән (Мөхәмәтша Буранғолов, Әлмөхәмәтов Хәмит, Арғынбаев Ғәбит) тарафынан яңынан тергеҙелеү, улар хөрмәтенә стелла ҡуйылыу тарихын бәйән итте. Уның ағинәйҙәр араһында эпосты яттан һөйләү буйынса конкурс үткәреү тәҡдиме бер тауыштан ҡабул ителде. Артабан сарала ҡатнашыусылар Хәмит сәсән утары булған урын менән таныштылар.
Йәнле һәм файҙалы аралашыу мул сәй табыны артында ла дауам итте. Ағинәйҙәр ошондай фәһемле осрашыуҙар дауам итһен, ил- йортта тыныслыҡ урынлашһын, тигән теләктә таралдылар.
Йыйын үткәреүҙә ярҙам иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, унда ҡатнашыусыларға, Мораҙым Ишбулды улына, Ғәйнуллина Альбинаға һәм ағинәйҙәремә оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бергә һәм берҙәм булып уңышлы эшләүебеҙҙе теләйем», — тип яҙҙы.