Башҡортостанда грипп буйынса хәл тыныс, прививка яһау кампанияһы әүҙем бара, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республикала грипп менән ауырыуҙың бер генә осрағы теркәлгән.
Белгестәр ышандырһа ла, Башҡортостан Башлығы грипп буйынса хәлде контролдә тоторға ҡушты.
«Республиканың Роспотребнадзор идаралығынан ошо, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде иғтибар менән күҙәтеп барыуығыҙҙы һорайым. Әлегә хәл тыныс, әммә уяулыҡты юғалтмайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 11 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 500 меңгә яҡын кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.
Һайлау ваҡытында Байышта медсестра Сания Абдуллина халыҡҡа грипп менән ауырыуҙың эҙемтәләрен аңлатып, грипҡа ҡаршы прививка яһаны. "Был прививканы йыл һайын эшләтергә теләгән кешеләр күбәйә. Ауырыуҙың эҙемтәләре үҙен белгертмәһен өсөн был бик тә мөһим",-тине ул.
Грипҡа ҡаршы прививкалар эшләү "Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проектына индерелгән.