Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
3 Сентябрь 2023, 18:50

Балаларҙы һаҡлайыҡ!

Балағыҙҙың велосипед, мопед, скутер тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ. Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар...

Балағыҙҙың велосипед, мопед, скутер тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ. Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар. Ә машиналар йөрөгән юлда үҫмерҙәр генә түгел, ә водитель таныҡлығы булған кешеләр ҙә юғалып ҡала. Шулай уҡ РФ закондарына ярашлы, юл буйлап велосипедта йөрөү – 14, ә мопедта 16 йәштән генә рөхсәт ителә.
Үҙегеҙ руль артында саҡта 12 йәше тулмаған баланы махсус автокреслола ғына йөрөтөргә, ә 12 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
Каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ. Уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: