Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
29 Июнь 2023, 12:45

Үҙемдә һынап ҡаралған

Тәнемә төрлө сыбартма сыға башлағас, анализдар тапшырып ҡараным. Барыһы ла яҡшы. “Һеҙҙең йәшегеҙгә был нормаль инде” тинеләр. Ә мин иллегә етеп барһам да, йәшемә төртөүҙәрен яратмайым. Хоҙай Тәғәлә кешегә ғүмер биргән икән, һаулығын да, ауырыуҙарҙан йүнәлеүҙәрҙе лә ебәрә. Шулай булғас, был йәшкә ҡарамай. Өҫтәүенә кешегә тәбиғәт еңел генә 150 йәшкә тиклем йәшәр көстө биргән ти. Тик беҙ үҙебеҙ бөтөрәбеҙ үҙебеҙҙе. Ялҡаулығыбыҙ көслө. Шулай итеп, төрлө кәңәштәр эҙләй башланым һәм тотондом...

Үҙемдә һынап ҡаралған
Үҙемдә һынап ҡаралған

Ғүмер биргән икән, йүнәлеү ҙә бар...

Һәр саҡ матур, мөләйем, яҡшы кәйефле булған ханымдың кәңәштәрен еткерәм. Ҡулланып ҡарайыҡ, бәлки, беҙгә лә килешер!

- Тәнемә төрлө сыбартма сыға башлағас, анализдар тапшырып ҡараным. Барыһы ла яҡшы. “Һеҙҙең йәшегеҙгә был нормаль инде” тинеләр. Ә мин иллегә етеп барһам да, йәшемә төртөүҙәрен яратмайым. Хоҙай Тәғәлә кешегә ғүмер биргән икән, һаулығын да, ауырыуҙарҙан йүнәлеүҙәрҙе лә ебәрә. Шулай булғас, был йәшкә ҡарамай. Өҫтәүенә кешегә тәбиғәт еңел генә 150 йәшкә тиклем йәшәр көстө биргән ти. Тик беҙ үҙебеҙ бөтөрәбеҙ үҙебеҙҙе. Ялҡаулығыбыҙ көслө.

Шулай итеп, төрлө интернет кәңәштәр эҙләй башланым. Барыһы ла кешенең нимә ашауына һәм эсеүенә бәйле икән. Һәм һеҙгә үҙем ярты йыл ҡулланып, эффектив булғандарын һанап үтәм.

- Һыу эсә башланым. Таҙа һыу. Фильтрлы һауыттар ҡиммәт түгел 300-400 һум тора. “Светофор”ҙа тағы ла арзан. Крандан аҡҡан һыуымды шуның аша үткәреп эстем һәм һаман эсәм.

- Иртәнсәк торғас та бер балғалаҡ бал һәм бер балғалаҡ алма уксусы һалынған бер стакан йылы һыу эсәм. Ярты сәғәт үткәс кенә ашарға ярай. Бындай һыуҙы ятыр алдынан да эсәм.

- Иртәнсәк кофеға шәкәр һалмай башланым. Иртәнге ашым минең бер сынаяҡ һөтлө кофе һәи ике киҫәк сырҙы тәшкил итә.

- Эштә тамаҡ ялғап алырға алма йәки банан йәки мандарин йәки бәләкәй һауытта бешкән сөгөлдөр һалып алам.

- Бешкән сөгөлдөрҙө көн дә ашайым. Зәйтүн майы йәки нерафинированный көнбағыш майын болғатып.

- Тәнемдең сыбартма сыҡҡан урындарына дегет һөртә башланым. Өс айҙан һөҙөмтәләр ҙә күренде. Тик уны көн дә эшләргә кәрәк. Восстановление бик яй, әммә бара бит!

- Йәйәү йөрөй башланым. Көн дә! Кәмендә ун мең аҙым! Тубыҡтар һыҙлауын, сәнсеүен оноттом.

- Көн дә турникта аҫылынып торорға кәрәк. Бер-ике минуттан башлайбыҙ һәм ваҡытты күбәйтәбеҙ. Позвоночниктың шытырлап нисек үҙ урынына ултырыуын тойорһоғоҙ. Турникта тартыла алһағыҙ – тағы ла шәп!

- Шәкәрле, ныҡ әсе ризыҡтан, бәлеш, булочки, печенье һ.б. ҡамыр аштарынан баш тарттым.

- Майлы ит ашамайым. Тик бауыр ите йәки өй шарттарында үҫтерелгән тауыҡ, күркә, һыйыр, йылҡы ите. Магазиндан алмағыҙ шул окорочканы! Күп бәлә шунан ул. Уларҙы теләһә нәмә ҡушып үҫтерәләр. Иң яҡшыһы, сығып үҙебеҙҙең яҡташтар һатҡан итте ҡарап алырға. Әҙләп булһа ла. Тәмле лә, файҙалы ла.

- Мотлаҡ холодец бешереп ашағыҙ! Ул һөйәктәргә бик файҙалы. Организмды кальций менән байыта.

- Көн аша булһа ла, төрлө сәтләүектәр ашағыҙ. Күпләп түгел. Улар ныҡ майлы була. Бер ашағанда 4-5 бөртөк.

- Кәнфит урынына өҫтәлегеҙҙә инжир, финик, ҡара емеш, курага һәм бал булын.

Мин дә кеше. Ҡайһы саҡта ҡунаҡҡа барып үҙемә тыйған ризыҡты ашап ташлайым. Үҙемде әрләп, кәйефте төшөрмәйем. Мин дә әҙәм балаһы, хаталанырға, тәмлекәстәрҙән “ысҡынырға” хоҡуғым бар:)

Икенсе көнөнә тик ҡарабойҙай бутҡаһы ашайым йәки кефир эсәм. Хатта һыу менән генә үткәргән көнөм дә була. Шулай итеп организм кире таҙарып ала.

Ярты йыл эсендә мин алты килограмға ябыҡтым. Яңынан-яңы таҙарыныу юлдары эҙләп кенә йөрөйөм). Иң мөһиме – тәндә еңеллек, йоҡом рәтләнде, арыу тойғолары юғалды. Шуға күрә “Шулай ауырыйым инде, һимерәм инде, ябығам инде, мин бит инде ҡәҙимге йәштә” тип бошонмағыҙ. 50 йәштә лә, 60 йәштә лә, 70 йәштә лә, 80 йәштә лә, 100 йәште ваҡлағанда ла, йөрәгең тибә икән, тимәк, үҙеңде яратырға, ҡәҙерләргә, хәлеңде яҡшыртыу өсөн төрлө ысулдар эҙләргә һәм ҡулланырға кәрәк. Һөҙөмтә шунда уҡ булмаһа ла, бер-ике айҙан үҙен күрһәтә башлай. Һау-сәләмәт, бәхетле булайыҡ барыбыҙ ҙа!

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: