Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
24 Июнь 2023, 17:00

Балан (хикәйә)

Оло юлдан яй ғына барған еңел машина ҡапыл юл ситендәге һуҡмаҡҡа боролдо. Руль артындағы Хәлит тә, эргәһендә ултырған Нәфисә лә бер һүҙ әйтмәне. Икеһе лә шулай булырын белә ине. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй тиҙәр бит. Ҡыҙарынып, бер аҙ уңайһыҙланып килеп кергән ире менән әхирәтен, оҙаҡланығыҙ тип еңелсә шелтәләп ҡаршы алған Әлиә, йыйылып бөткән ҡунаҡтар эргәһенә саҡырҙы. Ҡыҙыу ҡунаҡ табынында бер-береһенә күҙ һалмаған икәү, сәбәп табып, тышта осрашты, һүҙ ҡуйышты. Иртәгеһенә Нәфисәне ауылына Хәлит алып барып ҡуйҙы. Тиҙ һыуынды Нәфисә. Танһығы ҡанды. Үс алынды...

Балан (хикәйә)
Балан (хикәйә)

Наилә Хәмбәлиева

БАЛАН

(хикәйә)

Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, һөйөү урманына ҡаратыр. Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға бәхет ебен кемдәр таратыр?..

Алҡа таҡҡан ҡайындарҙың зифа олондарын нескә бармаҡтары менән һыйпай-һыйпай, урман төпкөлөнә атлаған Нәфисә, телефонынан табып ошо йырҙы ҡуйҙы. Урманда ҡолаҡсын кеймәһәң дә була, тауышын бар көсөнә асты ла, үҙе генә белгән һуҡмаҡтан атланы ла атланы. Бына хәҙер гөлйемеш ҡыуағы буласаҡ, унан уңғараҡ боролаһың да, яңғыҙ балан ағасына тиклем...

- Ҡуйсәле, һин тыңлай торған йырмы инде был? Тапҡанһың! Бынауындай һылыулығың менән?

Әхирәтенең был һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә өйрәнгән ул. Йылмая ла тыңлай, тыңлай ҙа моңлана. Был йырҙың сыҡҡан ғына мәле. Беренсе тыңлауҙан йөрәген ҡуҙғытты Нәфисәнең. Йәш, ыуыҙ күңелен әллә ниндәй һағыштарға урап, мөхәббәтте татып та ҡарамаған йөрәген ниндәйҙер афәткә әҙерләгәндәй, һыҙлатты ла һыҙлатты. Йырҙы сәхнәгә сығарған йырсылар иһә береһе матурлыҡ алиһәһе, икенсеһе үрелеп буй етмәҫлек ирлек өлгөһө ине Нәфисә өсөн. Һылыу ине Нәфисә. Башҡорт ҡыҙҙарына хас булған инсафлыҡ, һөйкөмлөлөк, тыйнаҡлыҡ менән сибәр ине. Ҡап-ҡара ҡуйы сәстәрен ҡалайтып ҡуйһа ла килешә ине. Түбәһенә өйөп ҡуйһа, йөҙөнә етди матурлыҡ ҡуна ине. Тағатып ебәрһә, саялыҡ, саҡ ҡына алабарманлыҡ сағылып ҡалыр ине. Ә инде һәлмәк кенә ике толомон үреп арҡаһына һалып, ҡараштарын аяҡ аҫтына йүнәлтһә, эргәһенә бер егет тә килергә баҙнат итмәй ине. Тыйнаҡ ғорурлығы шул толомдарға уралған да, бар булмышын яман күҙҙәрҙән һаҡлай тиерһең. Тәбиғәттән ҡыйғас ҡара ҡаштары аҫтындағы саҡ ҡына ҡыҫығыраҡ күҙҙәре, оҙон керпектәре аҫтында, ҡамышлы күл һымаҡ, тыныс, шул уҡ ваҡытта һынаусан ҡарай ине. Буйы менән әллә ни ырата алмаһа ла, бейек үксәле түфлиҙәре менән был “кәмселеген” ҡаплап килде Нәфисә.

- Ниңә мине бәләкәй итеп таптың? – тип әсәһенә уйынлы-ысынлы әйткеләгәне булды.

- Алтын ҙур булмай, ҡыҙым. Ҡыҙ кешегә буй нимәгә? Бәхетең ҙур булһын. – тип йыуатыр ине әсәһе.

Бәхетең ҙур булһын...” Бәхете менән ҡайһы ике арала аймылыш булдылар икән? Килдеме икән уға тигән бәхет Нәфисәне эҙләп? Танымай ҡалдымы әллә үҙе? Ҡулдарында булып та, юҡ, риза түгел мин, миңә тигән бәхет былай кескәй булыуы мөмкин түгел тип ысҡындырҙы булһа кәрәк. Бәхеттең бит уның ҡар бөртөгөндәйе лә бәхет икәнен аңламай ҡалды шул Нәфисә.

- Нәфисәәәү! Һө-йөн-сө!!!

- Һөйөнсөһөнә тараҡан бото! Әйт, нимә булды тағы?

- Мин кейәүгә сығам!

- Аһ-аһ! Шул Хәлитеңәме?

- Эйе! Кисә ауылдарына алып ҡайтты. Ғаиләһе менән таныштырҙы. Алты бала үҫкәндәр, Нәфисә, алты! Минеке кинйәләре бит инде. Апалары, ағалары бөтә балалары менән килеп тулғандар. Мине һырып алдылар бер заман. Эй кәмит инде. Оялдым иң башта. Аҙаҡ өйрәндем. Мин бәхетле, Нәфисәкәйем! Бәхетле!!!

- Харап. Йә, ҡотлайым. Ауылда йәшәйһегеҙ, тимәк. Хәлитең тракторист түгелме әле?

- Эйе, ауылда. Миңә мәктәптә эш тә бар. Уҡыу йылы башланыуға урынлашам.

Үҙенән бер баш бейек булып та, төҫкә күпкә ҡайтыш әхирәтенең ҡояштай балҡыған йөҙөнән, бәхет нуры бөркөп торған күҙҙәренән ҡарашын ала алмаған Нәфисәнең күңелен нимәлер ҡырып алды. Юҡ-юҡ, әхирәте өсөн ихлас шатланды ул. Ҡыуанысынан күңеле тулып китте хатта. Тик шул уҡ ваҡытта, йөрәген ниндәйҙер ят, сәйер тойғо биләп алды. Был тойғо уға таныш түгел ине. Үҙенән үҙе ҡурҡҡан ҡыҙ әхирәтен ҡосаҡлап алырға ла, матур һүҙҙәр әйтергә лә булдыра алманы. Әхирәтенән күҙҙәрен йәшерергә мәжбүр итә ине был тойғо. Юҡ эшен бар итеп, тиҙ-тиҙ генә һаубуллашты ла, ашығып китеп барҙы Нәфисә. Әхирәте Нәфисәлә булған был үҙгәреште һиҙерҙәй хәлдә түгел ине. Бәхеттең етенсе ҡатынан күренмәй бит ул ундай ваҡ-төйәк. Ә ваҡ-төйәк Нәфисәнең күңеленә ныҡлап урынлашты. Яйлап, уй артынан килгән йәмһеҙ уйҙарҙан үҙенә ҡеүәт алды, ғәрләндерҙе. Бар булғаны өсөн, ғәйрәт йыйғаны өсөн аҡланыр сәбәптәр таптырҙы. Һәм үҙенекен итте. Әхирәтенең туйы була торған көндө, Нәфисәнең йөрәген ҡыҫып торған ташҡа, күңеленең ебәк пәрҙәләрен һыпырып алып, ҡап-ҡара ауыр буҫтау элгән ҡара көскә әйләнгәйне инде. Әлиә менән Нәфисә беренсе класта таныштылар. Беренсе сентябрь линейкаһында йәнәш торған ике ҡыҙсыҡты яҙмыш ғүмер һуҡмағынан күп йылдар бергә атлатты. Кеме беренсе ҡул һуҙғандыр, линейкала уҡ ныҡ итеп етәкләшеп алған ҡыҙҙар, уҡыу бүлмәһенә ингәндә лә ысҡындырманылар ҡулдарын. Класс бүлмәһенә оҙатып керетергә тейеш өлкән синыф уҡыусылары, тартҡылап ҡаранылар ҙа, ахыры икеһен ике яҡтан етәкләп алдылар. Икеһе лә уртаса уҡыны. Әлиә спорт буйынса алдынғы булды. Оҙон буйлы, ныҡ кәүҙәле ҡыҙыҡай мәктәптең данын баскетбол, волейбол, саңғы ярыштарында яҡланы. Нәфисә сәхнәнән төшмәне. Бер бейеү Нәфисәһеҙ һалынманы, йырҙарҙы ла тик ул башҡарыр ине. Тамашасылар: “Бирһә бирә бит Хоҙай бер кешегә шунса өйөп”,- тип һоҡланып ҡарарҙар ине. Икеһендә тормошҡа ҡарата ике төрлө ҡараш, ике төрлө зауыҡ булыуына ҡарамаҫтан, айырып алғыһыҙ әхирәттәр инеләр. Араларында бер сер булманы, ел дә үтмәне. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә һауаланыу тигән нәмәне белмәне. Алсаҡ, ихлас ҡыҙҙарға һоҡланмаған, хөрмәт итмәгән кеше юҡ ине. Өлгөргән ҡыҙ һыны керә башлағас, өлкән синыф егеттәре күҙ һала башланы Нәфисәгә. “Малайыраҡ” Әлиәгә иғтибар итеүсе булманы. Әллә теләктәшлек итептер инде, Нәфисә бер егетте лә яҡын юлатманы. Мәктәпте бөткәс, артабан бер ергә уҡыуға барыу тураһында һүҙ ҙә булманы. Нәфисә сәнғәт училищеһына керҙе, Әлиә уҡытыусы һөнәрен һайланы.

Никахтарына барманы Нәфисә. Кәләштең әхирәте булырға тейеш ине. Һылтау табып ҡалды. Әхирәте илап, ялбарып та ҡараны, һындыра алманы. “Һинән дә яҡын кем әхирәтем бар һуң минең? Нисек аңлатайым хәҙер һинең юҡлыҡты?” – тигән үпкә ҡатыш илаулағанын ниндәйҙер бер кинәнес менән тыңлай ине. Барманы, сөнки ихлас була алырына шикләнде, ҡурҡты. Туйҙы көҙгө муллыҡҡа һөйләштеләр. Сентябрҙән әхирәте мәктәбендә эш башланы. Башланғыс синыфты бирҙеләр. Беренсе ҡырпаҡ ҡар яуыуға, туй көнө билдәләнде. Туйға Нәфисә уйланған, өлгөргән план менән барҙы. Ап-аҡ туй күлдәгендәге бәхетле әхирәтенән күҙен ала алмаған Нәфисә уңайлы мәлде көттө. Йәштәр ололарҙан айырылып, икенсе йортҡа күскәс был мәл тыуҙы. Бер тапҡыр ҙа хәмер йотоп ҡарамаған Нәфисә, ҡыйыулыҡ өсөн күтәреп эсте лә, кейәүҙе, шаярған булып, бейеүгә саҡырҙы. Бының әллә ни ғәйебе лә юҡ һымаҡ. Шулай ҙа тирә-яҡтағылар һағайып ҡалды, Әлиәгә күҙ һалдылар. Бер ниндәй хәүеф тоймаған Әлиә, рөхсәт һорағандай үҙенә төбәлгән иренә йылмайып баш һелкте. Уңайһыҙ хәлдә ҡалған ир һаҡ ҡына биленән алыу менән, ҡыҙ ҡосағына һырылды. Белә ине Нәфисә, уның сибәрлеге, ҡайнарлығы бер ирҙе лә битараф ҡалдырмағанын. Хәлит тиҙ биреште. Ҡыҙҙың билендәге ҡулдары тирләне, тыны йышайҙы. Битен ҡытыҡлаған хуш еҫле сәстәре тәненә, күңеленә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәт тарата ине. “Әҙер!” – тип уйлаған Нәфисә, көй бөтөү менән, еңеүен нығытырға теләпме, барып ултырған Хәлиттең тубығына барып ҡунаҡланы. Быны һис көтмәгән Әлиәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Нисек тә үҙен ҡулға алып, эргәләренә барҙы, шаярып һүҙ ҡушты.“Ой, Әлиә! Башым әйләнеп киткән бит.” – тип аҡланған әхирәтен ҡосаҡлап алды. Эскерһеҙ күңеленә бер шик оялап өлгөрмәне.

Хәлиттең көнө - көн, төнө төн түгел ине. Ул ысынлап ғашиҡ булды. Әлиәне ярата ине ул. Тик ул яратыу икенсерәк булғанын аңланы. Нәфисәгә булған ынтылыу, бер таралмаған һағыныу уны меҫкен итте. Туйҙа кисергән хистәрен ҡабат-ҡабат иҫләтте, йоҡоһон алды. Осрашыу өмөт итеп, татлы хыялдарға бирелде. Әлиәһе һиҙер тип шикләнһә лә, үҙен бер нисек тә ҡулға ала алманы. Ә Әлиә бәхетле ине. Иртән тороп яратҡан эшенә китә, кисен йүгереп өйөнә ҡайта. Һөйгәнен тәмле ашата, ҡарай. Нәфисә юғалды. Әлиәнең ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын ҡабул итмәне, эше күплеккә һылтанды. Ҡорбанын тағы нығыраҡ зарыҡтырыу өсөн эшләнгән аҙым икәнен ул үҙе генә белә ине. һәм, ниһайәт, ул көн килде. Әлиәнең тыуған көнөнә ҡунаҡ йыйҙылар. “Ҡуй, үҙебеҙ генә ултырайыҡ та ҡуяйыҡ”,-тигән һүҙенә ҡолаҡ һалмай, Хәлит йәштәрҙән ҡунаҡ йыйҙы. “Нәфисәне лә саҡыр, инде лә килмәһә, үпкәләйбеҙ”,- тип әйт тигән кәңәшен тотоп иренең, Әлиә тыуған ауылына ҡайтҡанда, үҙен күреп һөйләште. “Йыраҡ бит әле һеҙгә, Әлиә. Берәй машина тапһам, барырмын”, – тигән әхирәтенә: “Аһ-аһ! Машина эҙләп ни! Хәлит үҙе килеп алыр. Әҙерләнеп тор”, – тигән яуап алырына шикләнмәй ине.

Оло юлдан яй ғына барған еңел машина ҡапыл юл ситендәге һуҡмаҡҡа боролдо. Руль артындағы Хәлит тә, эргәһендә ултырған Нәфисә лә бер һүҙ әйтмәне. Икеһе лә шулай булырын белә ине. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе күрмәй тиҙәр бит. Ҡыҙарынып, бер аҙ уңайһыҙланып килеп кергән ире менән әхирәтен, оҙаҡланығыҙ тип еңелсә шелтәләп ҡаршы алған Әлиә, йыйылып бөткән ҡунаҡтар эргәһенә саҡырҙы. Ҡыҙыу ҡунаҡ табынында бер-береһенә күҙ һалмаған икәү, сәбәп табып, тышта осрашты, һүҙ ҡуйышты. Иртәгеһенә Нәфисәне ауылына Хәлит алып барып ҡуйҙы. Тиҙ һыуынды Нәфисә. Танһығы ҡанды. Үс алынды. Иң яҡын әхирәтенә ҡарата хыянатының ни кимәлдә аяуһыҙ икәнлеген аңлар хәлгә еткәс, үкенес кимерә башланы. Һуңынан ғәйеп тойғоһо биләп алды. Йоҡонан ҡалды. Артабанғы тормошон нисек ҡорорға икәнен бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. Һиҙә ине Нәфисә, Хәлит тә ситләште унан. Саҡырыуҙар, осрашыуҙар һирәгәйҙе. Икеһе ҡалған мәлдәрен уйынан үткәргәндә бер нәмә аңланылар: улар һөйләшмәй тиерлек. Был икәү араһында уртаҡ бер ни ҙә юҡ. Хәлит “яратам “ һүҙен әйтмәй башланы. Нәфисә иһә уға был һүҙҙе бер тапҡыр ҙә әйтмәгән ине. Осрашыу, ярһып ҡушылыу һәм шымтанлап айырылыу күпмелер шулай дауам итеп, был мөхәббәт түгеллеген аңлағанда, Нәфисә ауырға ҡалған ине. “Миңә бала кәрәк түгел, Хәлит!” “Миңә кәрәк тип уйлайһыңмы?” “Нишләйбеҙ һуң?!” “Үҙең ҡара. Тик Әлиәгә өндәшәһе булма! Мин уны яратам. Һәм беҙҙең балабыҙ буласаҡ. Ишет – беҙҙең теләп алған балабыҙ”.

Ҡулына шыптыр төйөнсөк тотҡан йәш ҡатын ҡараңғы урмандан атлай. Аяҡтарын саҡ һөйрәгән Нәфисә битенә килеп бәрелгән ағас ботаҡтарынан да янтаймай, яланғас ботон яндырып алған кесерткәндәргә лә иғтибар итмәй. Бара ла бара. Башында бер генә уй, ошо шыптыр тоҡсай эсенә үлтереп һалынған бала һымаҡ, уны ла берәйһе үлтереп кенә тыҡһын ине. Биш айлыҡ, инде йән ингән сабыйының ғүмерен ҡыйған әбейҙән ниңә үҙен дә үлтереүен һораманы икән? Ул саҡта йәшәгеһе, матур итеп йәшәгеһе килде шул. Алдағы тормошона пландары ла бар ине. Ә хәҙер... Инде бер ваҡытта ла ихлас итеп көлә алмаҫын, шатлана алмаҫын һәм иң мөһиме, бер ваҡытта ла үҙ сабыйын күкрәгенә ҡыҫа алмаясағын аңлап йөрәгенән үткәргән мәлендә яңғыҙ балан эргәһенә барып туҡтағайны. Бер уйһыҙ яланғас ҡулдары менән ерҙе соҡой башланы. Ауыртыуҙы һиҙмәгән бармаҡтарының тырнаҡтары һынып бөттө. Соҡор төбөнә ҡанлы төргәк төшөп ятҡанда, таң һыҙыла башлаған ине. Кеҫәһенән Әлиәгә тип яҙған хатын алып ваҡ киҫәктәргә йыртып шунда уҡ һалды. Кисә генә үс алыуының иң һуңғы, иң мәрхәмәтһеҙ нөктәһе итеп яҙылған хат, тыуып та өлгөрмәй яҡты донъяларҙан киткән сабыйы менән бер ҡәбергә күмелде. Йыл һайын киләсәк ул яңғыҙ балан төбөнә. Ап-аҡ сәскәгә күмелгән мәлендә бер тапҡыр ҙа кейергә насип булмаған туй күлдәген күҙ алдына килтерәсәк, емештәрҽ тулышып бешкән мәлендә хыянатлы, мәкерле йәшлеге иҫенә төшәсәк.

Көнсөллөк. Кешелекте һәләкәткә илткән кире тойғоларҙың иң көслөһөлөр ул. Кисә генә иң яҡын дуҫтарҙың араһына үтә алмаҫлыҡ кәртә ҡуйған, нәфрәт тыуҙырған, айыҡ аң менән аңлап та, ҡыҙыу йөрәкте, туҙған күңелде еңә алмаҫлыҡ иткән тойғо ул. Күпме һәләкәткә орлоҡ һалған, күпме енәйәткә юл асҡан ҡара уй, мәкер. Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк итеп бирелгән сибәрлек, күңел матурлығы, ғорурлыҡ сифаттары һымаҡ уҡ, кеше бәхетенә, уңышына көнләшеү һәләте лә тыуғанда уҡ һалыналыр. Улай тимәҫ инең, иң яҡын әхирәтенең бәхетенә бар йөрәге менән ҡыуанаһы урынға, нишләп ҡарайҙы һуң Нәфисәнең йөрәге? Үҙ бәхетен дә табыр ине бит. Көтөргә, сабыр итергә генә кәрәк ине. Хоҙай биргән сибәрлек бер ни ҙә түгел шул, күңелең матур булмаһа...

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: