+21 °С
Болотло


Ялбарып, илап тигәндәй һорап алған ямғырҙарыбыҙ яуып үтте. Тик көнө буйы иҫкән көслө ел ерҙе йәнә киптереп бөттө. Ярай, әмәлгә кисәге ямғыр булды әле. Тын алыуы рәхәтерәк булып ҡалды.
Ә алдағы көндәргә һауа торошона килгәндә иртәгә яуым-төшөмһөҙ, ел төньяҡтан, көнбайыштан талғын, көндөҙ төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көндөҙ +20, +25.
9 июндә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +18, +23, тип фаразлай синоптиктар. Нисек кенә булһа ла, ер-һыуҙарыбыҙ имен, күгебеҙ тыныс булһын!