Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
16 Май 2023, 10:00

Ике тәгәрмәсле ... үлем

Скутер, мопед, мотоцикл рулендә тотолған балалары өсөн ата-әсәләр 30 мең һум штраф түләй. Бынан тыш үҫмерҙәр балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға теркәүгә лә алына. Әммә иң мөһиме был түгел. Үҙ транспортында елдергән үҫмерҙәрҙең ғүмере һәм һаулығы секунд һайын ҡурҡыныс аҫтында булыуы – иң хәүефлеһе. Балалар үлемдең, инвалидлыҡ коляскаһының, ғүмер буйы түшәктә ятыуҙың нимә икәнлеген аңламай. Был хаҡта уларға беҙ аңлатырға һәм еткерергә тейешбеҙ, ата-әсәләр, уҡытыусылар, өлкәндәр!

Ике тәгәрмәсле ... үлемИке тәгәрмәсле ... үлем
Ике тәгәрмәсле ... үлем

ЮХХДИ иҫкәртә

Ике тәгәрмәсле ... үлем

Көндәр йылытыу менән юлдарҙа ике тәгәрмәсле хәрәкәт итеү саралары күбәйә. Улар менән йышыраҡ балалар һәм үҫмерҙәр идара итә, сөнки скутерҙар, велосипедтар, самокаттар хәҙер бик популяр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы һатып алғанда ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр өҫтөнә лә ниндәйҙер яуаплылыҡ йөкмәтелеүен оноторға ярамай.

Юл ҡағиҙәләрен белеү һәм тотоу бик мөһим Балаларҙы ҡағиҙәләр тураһында иҫкәртеп, күҙ уңында тотоғоҙ. Водителдәргә иһә балаларҙың юлға сығыуына әҙер булырға кәрәк. Юл янында уларҙы күреү менән – тиҙлекте кәметегеҙ.

Халыҡ араһында мотоцикл һәм скутерҙарҙы “ике тәгәрмәсле үлем” тип тә йөрөтәләр. Һәм был юҡҡа түгел. Техник характеристикалары буйынса скутерҙарҙы мопедтарға тиңәйҙәр. Ләкин ул ҡыйбатлы һәм ҡыҙыҡлы уйынсыҡ түгел, ә сәғәтенә 50 километрҙан артыҡ тиҙлек менән йөрөгән транспорт сараһы. Скутер автомобилгә ҡарағанда хәүефле, йығылғанда ла водитель зыянды нығыраҡ күрә. Үҙҙәре йөрөгән транспорт сараһы тураһында белмәгән кеүек үк, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен йәш водителдәр беләме икән? Юҡ. Уларҙың руль артына ултырырға ла хоҡуғы юҡ. Тик бына был хаҡта хатта ошо транспорт төрөн һатып алып биргән ата-әсәләр ҙә онота. Һөҙөмтәлә – республикала ла, беҙҙең районда ла скутерҙар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары күбәйә генә бара. Балалар 2-3 кеше бер мопедҡа ултырып урамдар буйлап елә. Йөрөүе күңелле лә ул, ә бәләгә тарыу тураһында бер кем дә уйлап бирмәй.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балағыҙға был транспорт сараһын һатып алыр алдынан уның ғүмере тураһында уйлағыҙ. Үҫмерҙәр рөхсәт ителгән тиҙлекте күпкә арттырғаны, рәт ҡағиҙәһен боҙоуы, йәйәүлеләрҙе үткәрмәүе, хәүеф тыуҙырып, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы, хатта спиртлы эсемлек ҡулланып, руль артына ултырыуы арҡаһында аварияға юлыға. Скутерҙар, монобайктар һәм сигвейҙарҙа ниндәй хәүеф йәшеренгәнен уҡыусыларға, ә тәү сиратта ата-әсәләргә, мәле еткәнсе үк аңлатырға кәрәк.

Иң мөһиме – балаларға юлда ла, тормошта ла үҙеңде дөрөҫ тотоу өлгөһөн үҙегеҙ күрһәтегеҙ. Юлдарға мотоциклдарҙың сығыуы айырыуса хафаландыра. “Минск”, “Иж”дар менән бер рәттән иң хәүеф тыуҙырғаны булып сит илдә сыҡҡан ҡеүәтле техника тора. Уларҙың хужалары юл хәүефһеҙлеге инспекторҙарының талабын үтәмәй, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡарата мөнәсәбәтен әйтеп тә тораһы түгел. Үҙ-ара “ярыш”тар ойоштороп, светофор һәм өҫтөнлөк биреү тамғаларына иғтибар итмәй, көтөлмәгән маневрҙар яһап, эскән килеш юлға сығып, мотоциклсылар күп юл-транспорт фажиғәләре яһай. Һығымта бер – балаларына скутер һатып алыусы ата-әсәләр ҙур хата яһай. Йәш водителдәр юл-транспорт ҡағиҙәләрен белмәй, юғары тиҙлек менән йөрөй, баштарына шлем кеймәй. Фажиғәләр тап ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәнлектән килеп сыға. Ә бит скутер йәки мотоцикл етди транспорт сараһы булып тора. Уларға ултырып дөйөм транспорт ағымына ҡушылғанда, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Скутер, мопед, мотоцикл рулендә тотолған балалары өсөн ата-әсәләр 30 мең һум штраф түләй. Бынан тыш үҫмерҙәр балиғ булмағандар эше буйынса комиссияға теркәүгә лә алына. Әммә иң мөһиме был түгел. Үҙ транспортында елдергән үҫмерҙәрҙең ғүмере һәм һаулығы секунд һайын ҡурҡыныс аҫтында булыуы – иң хәүефлеһе. Балалар үлемдең, инвалидлыҡ коляскаһының, ғүмер буйы түшәктә ятыуҙың нимә икәнлеген аңламай. Был хаҡта уларға беҙ аңлатырға һәм еткерергә тейешбеҙ, ата-әсәләр, уҡытыусылар, өлкәндәр!

Эдуард Байморатов, Баймаҡ ЮХХДИ-һы начальнигы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас