Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
11 Март 2023, 06:30

Ҡабыҡтарҙы ташламағыҙ!

Был эсемлек ангина менән яфаланыусыларға ярҙам итер. Киҙеү ауырыуҙарын, тамаҡ шешеүҙе профилактикалауға ла ярҙам итер... 

Ҡабыҡтарҙы ташламағыҙ!Ҡабыҡтарҙы ташламағыҙ!
Ҡабыҡтарҙы ташламағыҙ!

Ҡыш буйы рәхәтләнеп апельсин, мандарин ашайбыҙ. Ә ҡабыҡтарҙы ташлайбыҙ. Ә бит улар шул тиклем файҙалы! 

Мәҫәлән, уларҙан ангинаны дауалаған шифалы эсемлек әҙерләп була. Бының өсөн апельсин һәм мандарин ҡабыҡтарын блендерҙа ваҡлағыҙ. Бер сәй ҡалағы ҡабыҡтар онтағына 100 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа, ябып 5 минутҡа ҡуйып тороғоҙ. Ошон эсемлекте эҫе килеш эсегеҙ. Көнөнә бер нисә мәртәбә эшләп эсегеҙ. Тамаҡ ауыртҡаны баҫылыр. Ангина менән яфаланыусыларға профилактика өсөн дә эсергә кәрәк. 

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас