+21 °С
Болотло


Икенсе тәүлек рәттән Башҡортостанда ковид менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 192 яңы осрағы теркәлгән, тип белдерҙе БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 356,8 меңгә яҡын кеше сирләгән.
"Әлеге ваҡытта 127 ауырыу стационарҙа дауалана, уларҙың 83-ө — ололар , — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Амбулатор шарттарҙа яҡынса 2,2 мең кеше дауалана, уларҙың 700-ө — 60 йәштән өлкән пациент".