

Көн ҡаҙағында
Онотолған ауырыуҙар яңынан ҡалҡа
Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып уны төрлө ауырыуҙар аяҡтан йыҡҡан. Йоғошло эпидемияларҙан тотош ҡәбиләләләр, илдәр һәләк булған. Медицина өлкәһенә килгән ғалимдар барлыҡҡа килә башлағас ҡына, әкренләп көслө ауырыуҙар сигенгән. Эпидемияларҙы еңеүҙең төп ҡаҙанышы ул – вакциналар. Медицина белгестәре бала донъяға килгәс тә прививкалар яһатыу мөһимлегенә килеп кешелекте эпидемия һәләкәтенән һаҡлап ҡалған.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа сабыйҙарына вакцина яһатыуҙан баш тартҡан ата-әсәләр барлыҡҡа килде. Кемдер быны дине ҡушмауы (бының менән килешмәйем, һәр диндә Аллаһы Тәғәлә бәндәгә үҙ һаулығын хәстәрләргә ҡуша), бәғзеләр вакциянаға ышанысы юҡлығы менән аңлата. Бәхетһеҙлеккә, төрлө секталарға эйәргән ата-әсәләр ҙә осрап ҡуя.
Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Тотош илебеҙ, донъя буйынса күптән юҡҡа сыҡҡан, элек эпидемиялар тыуҙырған ауырыуҙар яңынан ҡалҡа башланы. Башҡортостанда ҡыҙылса менән ауырыуҙың осраҡтары ла булды. Әлбиттә “Роспотребнадзор”, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бындай хәлде контролдә тоторға тырыша. Ҡыҙылсаға ҡаршы пландан тыш вакцинация үткәреү, йоғошло ауырыуҙың таралыуына ҡаршы эш алып барыуға ҙур иғтибар бирелә.
Эпидемиологтар күптән онотолған ауырыуҙың ҡайтанан башланыуы сәбәбен ата-әсәнең сабыйына ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатыуҙан баш тартыуынан күрә. Рәсәйгә мигранттарҙың килеүе лә быға йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. “Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығы сит илгә сәйәхәткә юлланған кешеләргә лә ике тапҡыр иммунизация үтергә кәңәш итә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса терапевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк
Табиптар белдереүенсә, ауырыуҙан һаҡланыуҙың һәм уны иҫкәртеүҙең берҙән-бер ышаныслы алымы – ул вакцина яһатыу. Ҡыҙылса нимәһе менән ҡурҡыныс һуң һәм уның билдәләре ниндәй? Ул өҫкө тын юлдарын зарарлаусы киҫкен йоғошло инфекция. Ауырыу кешенән һөйләшкәндә, сөскөргәндә, йүткергәндә йоға. Уның менән бөтә йәштәге кешеләр ҙә ауырыуы ихтимал. Ҡыҙылса менән ғүмергә бер тапҡыр ғына сирләйҙәәр, шунан организмда уға ҡаршы ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Ауырығанда температура 38 градусҡаса күтәрелә, танау эсе, күҙҙәр, тын юлдары ялҡынһына. Һуңынан ҡолаҡ артында, биттә, муйында, күкрәктең өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл сабыртма барлыҡҡа килә. Бөтә тәнгә, аяҡ-ҡулдарға таралыуы ла бар. 3 – 4 көндән ағара башлай. Шуныһы ҡурҡыныс, был ауырыу күп сораҡта пневмонияға килтерә һәм уның эҙемтәләре бик ҡурҡыныс.
Ауырыуҙы изоляциялау мөһим. Уның янында булғандарға ла, анализдар тапшырып, уның һөҙөмәтһе килмәйенсә, башҡалар менән аралашырға ярамай.
Онотолған ауырыуҙарҙың яңынан ҡалҡып сығыуы тотош кешелеккә хәүеф менән янай. Һуңғы йылдарҙа таралған коронавирус күпме кешенең ғүмерен өҙҙө, ә күпме кеше уның эҙемтәләре менән әле лә көрәшә. Шуға күрә яңы вирусҡа эпидемия киңлеген алырҙай ауырыуҙарҙы өҫтәмәгеҙ! Балаларға прививканы тейешле ваҡытта яһатып барығыҙ.
Эльвира Гатина, үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары.