

Тәбиғәт һағындағы Илмир
Был егетте хәҙер белмәгән кеше һирәктер. Юҡ, был уның билдәлелеккә ынтылышы, заман теле менән әйткәндә үҙпиар менән шөғөлләнгәненән түгел. Барыһы ла егеттең бала сағына барып тоташалыр. Нәҡ шул саҡта Сыңғыҙ ауылында йәшәгән ҡартатаһы һәм өләсәһенә эйәреп тирә-яҡ тәбиғәтте ҡыйҙан таҙартырға өйрәнә ул.
Илмир Моратов 3-сө мәктәптең 9-сы класында уҡый. Баҫалҡы егеттең күңелендә ниндәй хыялдар янғанын иң яҡындары ғына беләлер. Хәйер, уның көндәлек тормошон ҡарағанда был уйҙары бар донъяға ярылып ятҡандай. Бер ҡараһаң ябай, икенсе яҡтан үтә лә киң һәм бар кешелек өсөн мөһим хыял ул – бар Ер планетаһын сүп-сарҙан арындырыу. Ҡартатаһы менән Сыңғыҙ ауылы янындағы өмәләргә сыҡҡан Илмир, ҡалабыҙҙың тирә-яғы, бигерәк тә Ирәндек битләүе сүп-сар менән тулыуы булыуына бошона. Оҙаҡ уйлап тормай егет, сүп-сар моҡсайҙарын ала ла, бер үҙе тәбиғәтте таҙартырға сығып китә. Беренсе көндө үк башһыҙ бәндәләр ташлап киткән ҡыйҙы йыйып, илленән ашыу моҡсайҙы тултыра. Тик сүп-сарҙы йыйған һайын, ул күбәйә генә барған кеүек тойола. Эйе, йырҙарҙа данлап йырланған, шиғыр юлдарына һалынған Ирәндек тауҙары ла ҡәбәхәттәрсә ҡыйлана хәҙер! Илмир тау битләүенә бер нисә мәртәбә әйләнеп ҡайта. Улдарының изге уйын ата-әсәһе лә хуплай. Улар Илмирға тағы ла сүп-сар моҡсайҙары, бирсәткәләр алып бирә.
Тәбиғәтте яратҡан, кешеләргә ҡарата тик яҡшы уйҙарҙа булған Илмир Моратовтың ирекмәнлек хәрәкәтендә әүҙемлек күрһәтеүе лә һоҡландыра. Үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын һорап, уны төрлө осрашыуҙарға ла саҡыралар. Шундай бер матур кисә район китапханаһында булғайны. Шунда йыйылған балаларҙың Илмирҙы йотлоғоп тыңлауын иғтибар иттем. Тимәк, улар ҙа Илмир кеүек тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта, кәрәк саҡта уны таҙартыуға дәррәү тотанасаҡтарына ышаныс ҙур. Сөнки һүҙ менән түгел, ә бына ошонда ысын, яныбыҙҙағы өлгө менән тәрбиәләргә кәрәк һәр кемде.
“Улыбыҙ киләсәген тик тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һөнәре менән бәйләй. Киләсәктә аграр унивесритетына уҡырға инеп, ошо йүнәлештә хеҙмәт юлын башларға уйлай”, -ти уның атаһы Фәрит Моратов.
Эйе, бәләкәй сағынан тәбиғәт һағына баҫҡан Илмирҙың уйҙары изге. Беҙ тырыш, тыуған еренең ысын улы булған егеттең бар хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Афарин, Илмир!
Гүзәл Иҫәнгилдина.