Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
25 Февраль 2023, 07:29

Атайым-батырым

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Күсей мәктәбе уҡыусыһы Айгөл Фәйзуллинаны ҡаршы алайыҡ. 

Атайым-батырымАтайым-батырым
Атайым-батырым

Атайым-батырым

Атайыбыҙ тураһында инша яҙырға булғас, бер йыр иҫкә төштө:
Кем һымаҡ тип әйтәйем
Нимәгә оҡшатайым
Әкиәт батыры һымаҡ
Ҡыйыу минең атайым...
Ысынлап та, ҡыйыу ҙа, аҡыллы ла кеше ул беҙҙең атайыбыҙ- Фәйзуллин Әсҡәт Шәфҡәт улы.
Уға 44 йәш. Ғаиләбеҙ бәләкәй генә карап, әатайыбыҙ-капитан. Капитандар карапты ел-дауылдан һаҡлай белә. Атайыбыҙ өйҙә саҡта беҙгә ышыҡ та, яҡтыраҡ та, ышаныслыраҡ та. “Атайлы бала-арҡалы бала”,- тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер.
Атайыбыҙ йәй көнө бер инәйҙе һыуға батыуынан ҡотҡара, уны кеше белмәне, ләкин ул беҙгә батыр булып ҡалды.
Тағы ла бер ваҡиғаны яҙғым килә. Урманда әсәйем, апайым, мин һәм ҡустым муйыл йыйып йөрөгәндә, атайым ике айыуға осрай, ләкин ҡасып китмәй, йөҙгә йөҙ ҡарашып торғандан һуң айыуҙар боролоп китәләр. Шунан һуң ғына атайыбыҙ беҙгә килеп икенсе аҡланға алып бара. Һуңынан кешеләрҙән ул аҡланда биш айыу йөрөгәнен ишеттек.
Борон –борондан атайҙар ғаилә терәге генә түгел, ил терәге лә булған. Атайыбыҙ армия сафтарында ла хеҙмәти ткән. Әлеге көндә мәктәптә дүрт төрөл фәндән уҡыта. Ауылдың депутаты ла.
Атайымдың ҙур тракторы бар. Йәй көнө тракторы менән бесәндән ҡайтыуын, кисте саҡ еткереп көтөп алабыҙ. Ҡырҙан ул әсәйебеҙгә сәскәләр, беҙгә “ҡуян кңстәнәсе” алып ҡайта.
“Атайҙар һүҙе-аҡылдың үҙе”,- тигәндәр. Атайҙың һүҙе иң ҡеүәтлеһе. Әсәйебеҙ ҙә беҙгә гел генә , атайығыҙҙан һорағыҙ, ти. Атайыбыҙға оҡшағыбыҙ килә, сөнки ул көслөлә, матур ҙа, йырсы ла, бейеүсе лә, батыр ҙа.
Күсей мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Фәйзуллина Айгөлдөң эше

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас