Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Пандемия
10 Февраль 2023, 09:25

Ике аш ҡалағы ла ярҙам итер

Ашаған ваҡытта 1-2 аш ҡалағы һуған һутын эсеү, һеҙҙе тымау, киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлар, иммунитетығыҙҙы нығытыр...

Ике аш ҡалағы ла ярҙам итерИке аш ҡалағы ла ярҙам итер
Ике аш ҡалағы ла ярҙам итер

Һуған

Ашаған ваҡытта 1-2 аш ҡалағы һуған һутын эсеү, һеҙҙе тымау, киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлар, иммунитетығыҙҙы нығытыр.

Йоҡо бүлмәһенә туралған һуғанды ултыртып ҡуйыу ҙа вирустарҙан һаҡлар. Тик был һуғанды ашарға ярамауын онотмағыҙ! Сөнки ул бер нисә сәғәт эсендә әллә күпме микробты үҙенә һурып ала.

Йүткеректе дауалау өсөн бер стакан һөттә бер баш һуғанды ҡайнатып алығыҙ. Ошо һөттө эҫе килеш, әкрен генә эсегеҙ.

Өс аш ҡалағы һуған һутын өс аш ҡалағы бал менән бутағыҙ. Был тәбиғи антибиотик булып һанала. Уны көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡулланығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас