Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
6 Февраль 2023, 18:05

Тағы артамы?

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында...

Тағы артамы?
Тағы артамы?

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уҙған тәүлектә 201 сирле асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 349 меңдән ашыу коронавирус осрағы теркәлгән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 165 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың 114-е — 65 йәштән өлкән. Ә 1,6 мең сирле амбулатор шарттарҙа дауалана.

Халыҡҡа коронавирустан прививка яһауға килгәндә, 3,394 миллионға яҡын кеше ике компонентты ла алған.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр иткәнсә, республикала коронавирус һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу кимәле юғары булып ҡала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: