Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
24 Ғинуар 2023, 17:25

Ҡартаймайбыҙ - йәшәрәбеҙ генә !

Көндәлек ашаған ризығығыҙға мотлаҡ ошо витаминдарҙы индерегеҙ һәм һау-сәләмәт, йәш, матур булығыҙ!..

Ҡартаймайбыҙ - йәшәрәбеҙ генә !
Ҡартаймайбыҙ - йәшәрәбеҙ генә !

Бер кемдең дә ҡартайғыһы килмәй. Ә ҡартаймау өсөн нимә ашарға кәрәк? Матурлыҡ витаминдары бар икәнлеген беләһегеҙме? Улар ниндәй аҙыҡ түлектә бар?

Шулай итеп, ҡартаймау өсөн көндәлек рационда мотлаҡ 80 мг (тәмәке тартҡандар өсөн 140 мг) С витамины булырға тейеш. Ошо тиклем С витамины түбәндәге ризыҡта (һәр береһе айырым) бар.

алма – 1 – 2,5 кг,

алма һуты – 15 стакан,

яңы һығылған әфлисун һуты – 2 стакан,

лимон, әфлисун – 1 бөртөк,

татлы борос – 2 бөртөк,

кәбеҫтә – 120-150 г,

киви – 1-2 бөртөк,

ҡара ҡарағат – 22 бөртөк,

баҡса еләге – 10 бөртөк,

ҡыҙыл сөгөлдөр – 1 бөртөк,

гөлйемеш төнәтмәһе – 1 стакан.

Тағы ла мотлаҡ В2 витамины булырға тейеш. Был витамин етешмәһә кешелә анемия башлана, ауыҙ тирәһен һырҙар баҫа. Шулай итеп кәрәкле миҡдар витамин түбәндәге ризыҡта бар:

1-2 литр һөттә,

0,5 кг эремсек,

120 бөртөк сәтләүек,

100 г бауыр,

100 г борсаҡ,

300 г балыҡ,

200 г ҡарабойҙай,

400 г арыш икмәге,

200 г һоло бутҡаһы,

5 йомортҡа.

Артабанғы йәшлек витамины – А витамины. Ул етмәһә тырнаҡтар һына, сәс ҡойола:

100 г кишер,

200 г һыйыр майы,

100 г ҡыҙыл ыуылдырыҡ,

2 алма,

2 йомортҡа,

50 г һыйыр бауыры,

1 л һөт,

400 г сыр,

15 бөртөк күрәгә.

Һәм тағы ла мотлаҡ кәрәкле витамин – Е витамины:

0,5 стакан көнбағыш,

2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы,

6 аш ҡалағы етен майы,

1/4 стакан миндаль,

0,5 стакан фундук,

1 стакан арахис,

2 авокадо,

2/3 стакан шыттырылған бойҙай,

400 г салат япраҡтары.

Көндәлек ашаған ризығығыҙға мотлаҡ ошо витаминдарҙы индерегеҙ һәм һау-сәләмәт, йәш, матур булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: