Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Пандемия
10 Ғинуар 2023, 17:20

Тажлы үләт тағы көсәйәме?

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары 47% артҡан...

Тажлы үләт тағы көсәйәме?
Тажлы үләт тағы көсәйәме?

Башҡортостанда һуңғы 30 көндә коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары 47% артҡан, ләкин һуңғы аҙнала кәмеүгә табан бара. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республикала 10 ғинуарға ковид йоҡтороуҙың 124 осрағы теркәлгән. 258 пациент коронавирустан һауыҡҡан. Әле 149 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 1 456 кеше өй шарттарында дауалана. Инфекция госпиталдәрендә коронавирустан дауалау өсөн 430 койка әҙерләнгән, буш койка фонды —35%.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыу коэффициенты — 0,70, Рәсәйҙә иһә 0,93 тәшкил итә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: